Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2022, 14:55

Игенселәр сәсеүгә әҙерләнә

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса райондарҙа игенселек тармағында эшләгән фермерҙарға бар яҡлап та ҙур иғтибар бүленә. 

Игенселәр сәсеүгә әҙерләнә
Игенселәр сәсеүгә әҙерләнә

Төбәк аграрийҙарына ҡыш көнө лә тик ултырырға ваҡыт юҡ. Улар әле үк яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек башлаған: техника-агрегаттарҙы ремонтлау бара, яғыулыҡ-майлау материалдары яйлап туплана.

Хәйбулла районының ауыл хужалығы идаралығы белдереүенсә, быйыл 212 берәмек трактор, 36 йөк автомобиле, 64 урып-йыйыу комбайны ремонтланасаҡ. Яҙғы сәсеүгә техниканы әҙерләү һәм уны ремонтлау эшен контролдә тотоу маҡсатында районда штаб булдырылған. Әле 127 берәмек трактор, ете йөк машинаһы ремонтланған. Бигерәк тә Сергей Лоскутов, Илдар Иҫәнгилдин, Илһам Үлйәбаевтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында техниканы яҙғылыҡҡа әҙерләү өсөн механизаторға бар уңайлыҡтар тыуҙырылған, - тип яҙа "Башҡортостан" гәзите.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-01-19/er-eshsel-re-ya-y-s-se-g-erl-n-2660068

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: