+24 °С
Дождь


Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2022 йылда 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36 йәки 39 йәше тулған һәр кеше, шулай уҡ ковид менән сирләгәндәр медицина тикшереүе үтә ала.
Табип тикшереүенә, диспансеризация йәки профессиональ тикшереүгә Дәүләт хеҙмәттәре, 122 телефоны аша йәки поликлиникаға шылтыратып яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы докторы Берҙәм медицина порталында ла яҙылыу ҡаралған.