Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2022, 10:05

7 апрель- сәләмәтлек көнө

1948 йылдан башлап — Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы барлыҡҡа килгән көндән үткәрелә. Ошо тарихи мәлдән алып ойошмаға донъяның 194 дәүләте ағза булып ингән.

Һаулыҡ һаҡлау ойошмалары бөтә донъяла кешеләрҙең сәләмәтлеге яҡшыраҡ булһын өсөн ярҙам итергә һәм хәстәрләргә бурыслы.

Әммә был көн табиптар өсөн генә икән тип уйлау яңылыш: Бөтә донъя сәләмәтлек көнө- үҙ сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кешенең шәхси байрамы. Уның әһәмиәте бик ҙур, сөнки донъяла иң ҡәҙерлеһе, иң ҙурыһы ҺАУЛЫҠ, уны һаҡлау мотлаҡ!

Һаулыҡты һаҡларға тырышайыҡ! Һаулығығыҙға битараф булмағыҙ!

 

Автор: Лена Валиуллина
Читайте нас