Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь , 16:40

Шәхси эшҡыуар, дәүләт грантын алып та, мобилизация һөҙөмтәһендә үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрен үтәй алмаһа, нимә эшләргә?

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн саҡырылған осраҡта грант алыусы проектты бер ниндәй штрафһыҙ йәки түләтеүһеҙ кисектереп торорға хоҡуҡлы.

Килешеү йөкләмәләре мобилизация буйынса хәрби хеҙмәт үтеү осорона туҡтатып торола. Рәсәй Федерацияһы субъектының башҡарма власть органы килешеүе буйынса грант һөҙөмтәләренә өлгәшеү һәм грантты файҙаланыу ваҡыты оҙайтыла йәки штраф санкциялары ҡулланмайынса гранттан баш тартыла.

Был нимәне аңлата?

Демобилизациянан һуң эшҡыуарҙар грант биреүселәр менән өҫтәмә килешеүҙәр төҙөй һәм проект талаптарына төҙәтмәләр индерә аласаҡ. Мәҫәлән, уны тормошҡа ашырыу ваҡытын оҙайтып була.

Йәки үҙ идеяһын тормошҡа ашырыу уйынан кире ҡайтһа, эшҡыуар грант суммаһын кире ҡайтарырға хоҡуҡлы.

Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығының 2022 йылдың 10 октябрендәге бойороғо: https://vk.cc/ciRw48

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Сығанаҡ: https://vk.com/anlatabiz102

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас в