Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2022, 23:40

Файҙаланылмаған әсәлек капиталы индексацияланасаҡ

Рәсмиләштерелгән, әммә әлегә файҙаланылмаған әсәлек капиталы 2023 йылдың 1 февраленән инфляция кимәле буйынса индексациялана. 

Файҙаланылмаған әсәлек капиталы индексацияланасаҡ
Файҙаланылмаған әсәлек капиталы индексацияланасаҡ

Әгәр ғаилә тәүге балаға түләү алмаған булһа, икенсе балаға әсәлек капиталы 779 мең һумға, түләүҙе алған осраҡта 589,5 мең һумға тиклем арта. 

 

Әгәр әсәлек капиталының бер өлөшө тотонолһа, файҙаланылмағаны индексациялана. 

 

Әсәлек капиталы аҡсаһын нимәгә тотонорға мөмкин? 

- белем биреүгә 

- торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға (шул иҫәптән ипотекаға) 

- әсәнең пенсияһының тупланма өлөшөн формалаштырыуға 

- инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыуға һәм йәмғиәткә интеграциялауға; 

- 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ түләүгә. 

 

2023 йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килеме төбәктәге 2 йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр 3 йәшкә тиклемге бала өсөн айлыҡ түләүҙе әсәлек капиталынан алыу хоҡуғына эйә. 

 

Әсәлек капиталы аҡсаһын бер үк ваҡытта бер нисә йүнәлеш буйынса бүлергә була. 

 

Һорауҙар менән Рәсәй Пенсия фонды белгестәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 

  Рәсәй Пенсия фонды үҙәгенең берҙәм бәйләнеш номеры: 8 (800) 600-00-00 

  Башҡортостандағы бәйләнеш үҙәге телефоны 8 (800) 600-02-21 буйынса шылтыратырға була 

 Башҡортостан Республикаһындағы Пенсия фондының клиенттар хеҙмәттәренә - адрестары һәм бәйләнеш телефондары ошонда: https://vk.cc/c1w9Ct 

  Пенсия фондының онлайн-ҡабул итеү бүлмәһенә һылтанма буйынса: https://es.pfrf.ru/appeal 

 

 #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Сығанаҡ:https://vk.com/wall-210976796_1514

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: