Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2022, 14:20

ГТО нормаларын тапшырыу спортта өҫтөнлөклө йүнәлеш булдыра.

Күптәр сәләмәт тормош алып барыуға һәм спортҡа нығыраҡ иғтибар итә. Һәр беребеҙгә мәктәп йылдарынан уҡ таныш ГТО нормаларын тапшырыу спортта өҫтөнлөклө йүнәлеш булдыра.

ГТО нормаларын тапшырыу спортта өҫтөнлөклө йүнәлеш булдыра.
ГТО нормаларын тапшырыу спортта өҫтөнлөклө йүнәлеш булдыра.

«Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һаҡлау маҡсатында мәктәпте тамамлаусылар ГТО нормативтарын әүҙем тапшыра. Был ГТО комплексын үтәүҙең төп бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә - граждандарҙа физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүҙә, физик үҙ-үҙеңде камиллаштырыуҙа, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуҙа аңлы ихтыяж тәрбиәләй.

Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем министрлығында "юғары белем биреү программалары - бакалавриат программалары, белгеслек программалары, магистратура программалары буйынса уҡыуға ҡабул итеү Тәртибен раҫлау Тураһында"бойороҡ сығарылды. Ошо бойороҡҡа ярашлы, 2022/2023 уҡыу йылынан алтын ғына түгел, бөтә билдәләр өсөн балдар иҫәпләнә. Ағымдағы һәм унан алдағы баҫҡыстар буйынса ла. Бында иһә бойороҡтан күсермә менән файҙаланырға мөмкин тип яҙылған. ГТО комплексы нормативтарын ГТО сайтында теркәлеп һәм 2-16-52 телефоны буйынса яҙылып, ТЕЛӘГӘН һәр кем үтәй ала

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: