Ауыл уттары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2022, 11:15

“Шыршы” операцияһы башланды!

Ул 31 декабргә тиклем дауам итә.

Был осорҙа дәүләт урман инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы коллегалары менән бергә тәүлек әйләнәһенә урмандарҙы патрулләүҙе ойоштора, дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙа шыршы ташыған урындарҙа, урмандан сыҡҡан ерҙә стационар постар аса. Бынан тыш, шыршы һатҡан урындарҙа ла рейдтар үткәрелә.

– Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, Яңы йыл шыршыларын законһыҙ киҫкән өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡарала. Граждандарға – өс-дүрт мең, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең, ойошмаларға 200-300 мең һумға тиклем административ штраф һалына, – тине Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов. – Штраф түләүҙән тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ла ҡапларға тейеш. Уның күләме биш мең һумдан күберәк икән, граждандың Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһында ҡаралған енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы, йәғни алты йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектына ярашлы, ылыҫлы йәш ағастарҙы рөхсәтһеҙ киҫеүҙән һаҡлауға йүнәлтелгән “Шыршы-2022” традицион яңы йыл операцияһы башланды. Ул быйыл 21 ноябрҙән 31 декабргә тиклем дауам итә.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: