Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2022, 15:15

Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латипов йәнә беренсе

Ул Төмәндә биатлон буйынса Рәсәй PARI кубогы спринтында (10 саҡрым) алтын миҙал яуланы.

Латиповтың һөҙөмтәһе — 25:15.7.

Ярышта Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан  71 биатлонсы ҡатнашты. Башҡортостандан Илья Бурлаков (26-сы урын), Андрей Факеев (34-се урын), Александр Бабчин (40-сы урын), Алексей Петров (41-се урын), Дмитрий Коротков (47-се урын), Антон Бабиков (48-се урын) сығыш яһаны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Төмәндә биатлон буйынса Рәсәй кубогының өсөнсө этабы башланды.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/

Фото: Фото:Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы.

Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: