Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2022, 15:00

Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ай һайын махсус өҫтәмәләр түләнә башлай

Вице-премьер Татьяна Голикова Хөкүмәт тәҡдиме буйынса Рәсәй президенты Владимир Путиндың 2023 йылдың 1 ғинуарынан медицина хеҙмәткәрҙәренә махсус өҫтәмә билдәләү тураһында ҡарар ҡабул итеүен хәбәр итте.

Ошо маҡсатҡа 2023 йылда 152,4 миллиард һум ҡаралған.

Ай һайын үҙәк район һәм район дауаханалары табиптарына – 18,5 мең һум, беренсел звено табиптарына – 14,5 мең һум, ашығыс медицина ярҙамы табиптарына 11,5 мең һум өҫтәмә түләнә башлай.

Үҙәк район һәм район дауаханаларының урта медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн айлыҡ өҫтәмә – 8 мең һум, поликлиникаларҙың, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының, табип амбулаторияларының урта медицина хеҙмәткәрҙәренә – 6,5 мең һум, ашығыс медицина ярҙамы фельдшерҙары һәм шәфҡәт туташтарына – 7 мең һум, беренсел звено үҙәк район дауаханаларының кесе медицина хеҙмәткәрҙәренә 4 мең һум була. Саҡырыуҙар ҡабул иткән ашығыс медицина ярҙамы фельдшерҙарына 4,5 мең һум өҫтәмә түләнә.

«Беҙ 379 мең табипҡа, 725 мең – урта, 65 меңдән ашыу кесе медицина хеҙмәткәренә өҫтәмә аҡса түләүҙе күҙ уңында тотабыҙ», – тине Татьяна Голикова.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/

Фото:ГБУЗ Зилаирская ЦРБ социаль селтәренән.

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: