Ауыл уттары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2022, 09:20

Стәрлетамаҡта ижади идарасылар өсөн форум булды

Ишембай районының йәштәр эштәре комитетынан  хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” төбәк проектына ярашлы, район биләмәһендә әүҙемселәр “Ижади идарасылар кластеры” зона муниципаль-ара форумында ҡатнашты. 

Стәрлетамаҡта ижади идарасылар өсөн форум булды
Стәрлетамаҡта ижади идарасылар өсөн форум булды

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы Башҡортостандың көньяғындағы әүҙем йәштәр өсөн ишектәрен асты.

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының эшсе төркөмө етәксеһе Эльвир Нафиҡов сығыш яһаны. Ул йәштәр башланғыстарының һәм эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәренә өйрәтеүҙең мөһимлеген билдәләне, “Росмолодежь Бизнес” программаһы, үҙ эшеңде асыуға грант отоу тураһында ентекле һөйләне. Унан һуң Стәрлетамаҡ блогерҙары тәжрибә уртаҡлашты.

Көн дауамында форумда ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, менеджмент буйынса ғәмәли күнекмәләрҙе камиллаштырыу буйынса сессия ойошторолдо. Форумда шулай уҡ  “Минең бизнесым” үҙәге вәкиле сығыш яһаны.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: