Ауыл уттары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2022, 10:10

Тоҙло һыу файҙалы

Тамаҡ ауыртҡанда йодланған тоҙ иретмәһе ярҙамға килә.

1 стакан йылы һыуға ярты балғалаҡ тоҙ алына һәм көнөнә бер нисә тапҡыр тамаҡты сайҡатабыҙ.

*Күҙ ҡабаҡтары ҡыҙарып, шешеп сығыу – аллергия конъюктивиты билдәһе. Был күҙәтелгәндә, шулай уҡ күҙгә сүп кергәндә, күҙҙәр ҡысытҡанда ябай тоҙ иретмәһе (бер стакан ҙыуға ярты балғалаҡ) ярҙамға килә. Күҙҙәрҙе тоҙло һыу менән бер нисә тапҡыр йыуыуға хәл еңеләйә.

*Тымау тейгәндә танауҙы тоҙло һыу менән сайҡатырға кәңәш ителә. Бының өсөн 1 стакан йылымыс һыуға ярты балғалаҡ тоҙ алына. Ошо иретмә менән көнөнә бер нисә тапҡыр танауҙы сайҡатһағыҙ, тымау еңеләйер.

* Быуындар һыҙлаған осраҡта 1 стакан йылы һыуҙа 1 аш ҡалағы тоҙ иретеп, йөн туҡыманы шуға манып, еңелсә генә һығабыҙ ҙа ауыртҡан урынға ябабыҙ. Артабан полиэтилен менән ябып, йылы шарф урайбыҙ һәм төнгөлөккә шулай ҡалдырабыҙ. Тоҙ бөтә һыҙлауҙы үҙенә һура.

*Кис эштән арып ҡайтҡас, аяғығыҙҙы бер ус тоҙ һалынған йылы һыулы тасҡа 20-30 минутҡа тығып ултырһағыҙ, арығанығыҙ бөтөп ҡалыр.

*Шулай иң ваҡ тоҙҙо ҡаймаҡҡа бутап, салфетка менән биткә һөртөргә мөмкин (скраб урынына). Битегеҙ таҙарып ҡалыр. Һуңынан йылы һыу менән йыуып алығыҙ.

*Тегелгән сепрәк ҡапсыҡҡа тоҙ тултырып, табала ҡыҙҙырғас, теш һыҙлап йөҙәткән сикәгә баҫырға кәңәш ителә.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: