Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2022, 09:25

Йәш әсәйҙәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Хәйбулла районы хакимиәтендә уҙған был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә үтте.

Йәш әсәйҙәргә фатир асҡыстары тапшырылды
Йәш әсәйҙәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Был турала район башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙҙы.

"Бөгөн миндә бик күңелле сәбәп буйынса бик яҡшы йәш әсәләр ҡунаҡта. Был йәш, матур ҡыҙҙар ирҙәре менән бергә бәләкәй балалар тәрбиәләй. Улар миндә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы, ихлас аралашты, хатта ғаиләләренең тарихы менән уртаҡлашты. Вилена Низамова, Ләйсән Сиражетдинова һәм Наталья Федосеева етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар иҫәбенән бүленгән фатир асҡыстарына эйә булды. Өй туйлаусыларыбыҙҙың йорттары һәр саҡ йылылыҡ һәм бәхет менән сорналһын, бар хыял-теләктәре тормошҡа ашһын, балаларҙың йылмайыуы яңғыраһын!» -тип яҙған Рөстәм Динислам улы.

Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: