Ауыл уттары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2023, 09:20

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби хеҙмәт үтеү өсөн күпме ваҡытҡа контракт төҙөй ала?

Контракт ваҡыты хәрби хеҙмәткәрҙең йәшенә бәйле:

- 50 йәшкә тиклемге хәрби хеҙмәткәр - 6 айҙан 3 йылға тиклем
- 50 йәштән өлкән хәрби хеҙмәткәр 6 айҙан 11 айға тиклем осорға контракт төҙөй ала

Әгәр контракт бер йылға һәм унан күберәккә төҙөлһә, 195 мең һум күләмендә пособие ҡаралған.

Хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөү өсөн:
- иҫәптә торған урын буйынса хәрби комиссариатҡа (комиссариаттарҙың исемлеге һылтанмала бирелә: https://clck.ru/33qV9P)
- контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә була: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63

Контракт буйынса хеҙмәткә ғаризаны шулай уҡ:

- Рәсәй Оборона министрлығының рәсми сайтында шәхси кабинет аша lkg.mil.ru
- Дәүләт хеҙмәттәре порталында «Ирекмән булып йәки контракт буйынса хеҙмәт итеү» сервисы ярҙамында ла gosuslugi.ru биреү мөмкинлеге бар

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Сығанаҡ: https://vk.com/anlatabiz102

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: