Ауыл уттары
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2023, 15:40

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәртә

Башҡортостанда хәүефле һауа торошо күҙаллана: 12 майҙа айырым көньяҡ райондарҙа ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана; төндә төньяҡ һәм таулы райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -3°тиклем ҡырау төшә.

«Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көндөҙ урыны менән сең секундына 15-20 метрға етеүе көтөлә.

11 май кисенән 12 май кисенә тиклем республика халҡын аяҙлы-болотло һауа торошо көтә. Төндә көньяҡта, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә, көндөҙ урыны менән секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +2, +7°, төньяҡ һәм таулы райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -3°, көндөҙ +8, +13°, төньяҡ буйынса +18°тиклем ҡырау төшә. Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.

Сығанаҡ:https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-11/mchs-preduprezhdaet-zhiteley-bashkirii-o-silnom-vetre-i-zamorozkah-3253697

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: