"Туризмды үҫтереү йәһәтенән алға табан барабыҙ. Был турала туристар ағымының үҫеүенең объектив күрһәткестәре лә һөйләй. Хәҙерге шарттарҙа республика тураһында киң аудиторияға һөйләү өсөн уникаль мөмкинлек барлыҡҡа килде. Беҙ юл буйы сервисын үҫтерәбеҙ, ҡунаҡханаларыбыҙ кимәлен күтәрергә, рекламаны көсәйтергә тейешбеҙ. Республиканың иң популяр биш йүнәлеш буйынса иң көслөләр иҫәбенә инергә көсө етерлек. Беҙҙә үҙенсәлекле тәбиғәт, бай мәҙәни һәм тарихи мираҫ, шифаханалар, тау саңғыһы үҙәктәре селтәре үҫешкән. Иң мөһиме – системалы эш", - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров туристик тармаҡты үҫтереүгә арналған кәңәшмәләрҙең береһендә.
18 ноябрҙә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-тарихи паркында Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ултырышында туризм тармағын үҫтереүҙең йүнәлештәре ҡаралды.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов төбәктә социаль туризм программаларының айырым урын биләүе хаҡында һөйләне.
«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» төбәктең «визит карточкаһы» булып тора.
Рәсәйҙә мәктәп туризмы программаһын тормошҡа ашырыу тамамлана. Башҡортостан Федераль субсидия күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында лидерҙарҙың береһе булып ҡала (Мәскәү өлкәһенән һуң 2-се урын).
"Студент туризмына килгәндә, бында республиканың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары менән берлектәге проекттарҙы әҙерләйбеҙ. Беҙ студенттар өсөн фәнни-танып белеү, этнография, спорт, сәнәғәт йүнәлештәре буйынса махсуслаштырылған турҙар әҙерләү тураһында һөйләшеү алып барабыҙ», - тип хәбәр итте эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
"Коллегаларыбыҙ менән студенттар туризмын нисек субсидиялау тураһында уйлайбыҙ», - тине Радий Хәбиров республика вуздарының студенттар активы менән осрашыуҙа.
2023 йылда туризмды үҫтереүгә дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 2 миллиард һум тәшкил итә.
"Бөгөн ярҙам саралары күп, әммә бизнес менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк. Ҡунаҡханалар төҙөү – беҙҙең эш түгел, төп бурысыбыҙ — шарттар булдырыу. Туристарҙы яҡшы хеҙмәттәр һәм тәьҫораттар менән йәлеп итергә кәрәк, хатта башҡа варианттар булғанда ла. Беҙ туризм тармағын үҫтереү өсөн яҡшы ваҡытта эшләйбеҙ. Рәсәй халҡы өсөн бер нисә сит ил йүнәлеше ябыҡ булған шарттарҙа туристарға беҙҙең республиканың тәбиғәтен һәм матурлығын асыу өсөн уникаль мөмкинлек бар», — тип аңлатма бирҙе Радий Хәбиров.