Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
28 Февраль 2024, 09:20

Башҡортостандың Йылайыр районында полиция хеҙмәткәрҙәре ике пассажирҙың һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы шарттарын тикшерә

Юл-транспорт ваҡиғаһы 27 февралдә киске сәғәт 21 сәғәт 45 минутта Магнитогорск-Ира юлының 217,591 саҡырымында теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Һамар өлкәһендә йәшәүсе, Нефаз ярым прицеплы КамАЗ автомашинаһы менән идара итеп, боҙлауыҡ арҡаһында тауға күтәрелә алмай, юлды кәртәләп, ҡаршы һыҙатҡа баҫа. Күгәрсен районы кешеһе идара иткән Лада Ларгус автомобиле менән бәрелешә. юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә Лада Ларгустың 18 һәм 45 йәшлек ике пассажиры вафат була, водитель һәм 2 пассажир төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре ала һәм Сибай ҡала дауаханаһына оҙатыла.

Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһы урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Хөрмәтле водителдәр!

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

Фото:Йылайыр районы ЮХХДИ бүлексәһе.

В одном из районов Башкирии произошла ужасная авария на дороге: погибли двое пассажиров

Башҡортостандың Йылайыр районында полиция хеҙмәткәрҙәре ике пассажирҙың һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы шарттарын тикшерә
Башҡортостандың Йылайыр районында полиция хеҙмәткәрҙәре ике пассажирҙың һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы шарттарын тикшерә
Башҡортостандың Йылайыр районында полиция хеҙмәткәрҙәре ике пассажирҙың һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы шарттарын тикшерә
Башҡортостандың Йылайыр районында полиция хеҙмәткәрҙәре ике пассажирҙың һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы шарттарын тикшерә
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас