Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март , 15:00

«Башкир» позывнойлы яугир Жуков миҙалына лайыҡ булды

Яҡташыбыҙ махсус операция биләмәһендә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн юғары дәүләт наградаһы менән билдәләнде.

«Башкир» позывнойлы яугир Жуков миҙалына лайыҡ булды
«Башкир» позывнойлы яугир Жуков миҙалына лайыҡ булды

Жуков миҙалы менән Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте буйынса хәрби хеҙмәт ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының, башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың хәрби хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен һәм Ватанды яҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелә.

Башҡортостан егеттәренең бер ҡайҙа ла һынатмауын, һәр саҡ алдынғы булыуын барыһы ла белә, яҡташтарыбыҙҙың ошондай күркәм һыҙаттары һәр беребеҙҙә ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята, һоҡландыра ла. Егеттәргә еңеү менән, имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙырын теләйбеҙ!

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: