Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март , 15:00

Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия алырға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия алырға мөмкин. Уны нисек юлларға – республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре аңлата.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә киткән сығым ғаиләнең дөйөм килемендә рөхсәт ителгәндән артып киткән кешеләр субсидия алырға хоҡуҡлы.

✅ Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә ғаиләнең ниндәй килеме иҫәпкә алына:

- рәсми эш хаҡы;
- пенсия;
- стипендия;
- торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн бер тапҡыр бирелә торған компенсация рәүешендәге социаль ярҙам саралары;
- алименттар;
- банк вкладтары буйынса проценттар.

❌ Түбәндәгеләр килемгә индерелмәй:

- дәүләттән социаль ярҙам;
- һаулыҡ йәки ғүмерҙе страховкалау буйынса түләүҙәр;
- торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн элек тәғәйенләнгән субсидиялар.

Иҫәпкә алынған килемдең тулы исемлеген һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: vk.cc/cvkKJF.

📂 Ниндәй документтар кәрәк:

- ғариза биреүсенең паспорты йәки уның шәхесен раҫлаусы документ;
- шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ биреүҙе раҫлаған документтар;
- ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының килеме тураһында мәғлүмәт.

Ғариза биреүсе сит ил гражданы булһа, өҫтәмә рәүештә уның һәм ғаилә ағзаларының Рәсәй Федерацияһы менән халыҡ-ара килешеү төҙөгән дәүләт гражданлығына ҡарауын раҫлаусы документтарҙың күсермәләре кәрәк.

➡ Документтар менән ғаризаны халыҡты социаль яҡлау органдарында йәки йәшәгән урын буйынса Күп функциялы үҙәк офисында, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин. Ғариза 10 көн эсендә ҡарала. Субсидия ярты йылға бирелә.

Айҙың 15-се көнөнә тиклем мөрәжәғәт иткәндә, субсидия шул айҙың тәүге көнөнән тәғәйенләнә. Айҙың 15-се көнөнән һуң мөрәжәғәт иткәндә, субсидия киләһе айҙың 1-се көнөнән тәғәйенләнә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: