Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Март , 11:20

Рәсми никахтың өҫтөнлөктәре

Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе теркәү менән яңы бурыстар ғына түгел, яңы хоҡуҡтар ҙа барлыҡҡа килә. Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шулар хаҡында һөйләй.

Мөлкәт мәсьәләләрен хәл итеү
Ғаилә кодексы мөлкәт мәсьәләләрен көйләй һәм бәхәстәрҙе хәл итергә ярҙамлаша.

Никахта тупланған мөлкәт — уртаҡ. Никахҡа ингәнгә тиклем һәр кемдең йәки ир йә ҡатындың бүләк, мираҫ итеп алған мөлкәте уның милке генә булып тора.

Һеҙҙең ғаиләгә бындай тәртип тап килмәһә, никах килешеүе төҙөргә хоҡуғығыҙ бар.

🩺 Һаулыҡ
«РФ граждандарының һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында»ғы законға ярашлы, кешенең яҡын туғандары — ире йә ҡатыны, ата-әсәһе һәм балалары ғына реанимацияға инә һәм уның һаулығы тураһындағы мәғлүмәткә эйә була ала.

Бергә йәшәүселәр закон менән яҡланмай, һәм уларға бер-береһенең һаулығы тураһындағы мәғлүмәт биреүҙән баш тартыуҙары ихтимал.

👨‍👩‍👧‍👦 Ата-әсә булыу
Законлы никахта торғанда атай булыуҙы иҫбатлау мотлаҡ түгел: бала тыуғанда атаһының исемен автоматик рәүештә таныҡлыҡҡа яҙалар. Әгәр никах теркәлмәгән булһа, баланың атаһына ата-әсә хоҡуғын таныу тураһында ғариза яҙырға тура киләсәк.

Бала ауырып китһә, никахта торған осраҡта кемегеҙҙең больничный алыуын һайлай алаһығыҙ — мәҫәлән, эш биреүсе кемдең сығымдарының күп өлөшөн ҡаплай, шул кеше баланы тәрбиәләп өйҙә тора.

💰 Ғаилә бюджеты
Ир ҙә, ҡатын да бер үк фатирға һалым ҡайтармаһын алырға мөмкин. Был ипотека проценты ҡайтармаһына ла ҡағыла.

Сит кешегә бүләк ителгән әйберҙәрҙән айырмалы рәүештә ир менән ҡатын өсөн бүләккә алынған күсемһеҙ милеккә, транспорт сараһына, акция, өлөш, пайҙарға һалым һалынмай.

Шулай уҡ ғаиләләр өсөн дәүләт ярҙамы менән кредиттар бар.

💍 Никахты теркәүгә ғариза биреү өсөн ЗАГС-ҡа шәхсән үҙегеҙ килә алаһығыҙ йәки уны Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәй алаһығыҙ: vk.cc/cvvxfe.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: