Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март , 14:35

Серле селтәрҙәр

 “Тәңкәбикә” ағинәйҙәре ҡатын-ҡыҙҙар өсөн милли биҙәүес, селтәр эшләү оҫталыҡтары менән бүлеште.

Серле селтәрҙәр
Серле селтәрҙәр

Рәйсә Янбаева, Фәндиҙә Ҡоҙашева, Миңзәлә Ҡунаҡова, Миңзәлә Атанғолова селтәр эшләүҙең бар нескәлектәрен белә.

Араларында иң өлкәне, милли кейем тегеүсе, биҙәүестәр яһаусы оҫта Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы селтәргә башҡорт мифологияһының тәрән фәлсәфәһе һалынғанлығын һөйләй.

– Ышаныуҙарға ярашлы, кешенең йәне ҡалҡан биҙе эргәһендә урынлашҡан. Шуға ла муйын аҫтында изге көстәр үтә алһын өсөн «инеү» урыны ҡалдырылырға һәм сихырҙан бетеү-биҙәк, мәрйен, тәңкәнән һаҡ ҡуйылырға тейеш, ти. Селтәрҙең өҫкө өлөшө ромб, түңәрәк һәм ярым түңәрәк рәүешендә тығыҙ урынлашҡан мәрйен менән һырыла. Бындай түңәрәк эсендә яуыз көстәрҙән һаҡлаған «аждаһа күҙе» тип аталған ҡортбаш урынлаштырыла, мәрйендән теҙелгән ярым түңәрәктәр йәшәүҙе аңлатҡан ҡояш әйләнеше билдәһе икәнен дә аңлатып китте.

Оҫтабикәләр үҙҙәренең белгәндәре менән бүлешеп аҙна һайын оҫталыҡ дәрестәре үткәреп тора. Улар унда биҙәүестәрҙән башҡа, кейеҙҙән әйберҙәр, милли кейемдәр тегеү эштәрен тергеҙә. Күпләп йәштәрҙең йөрөүе ҡыуандыра уларҙы. Башҡорт кейеме, шулай уҡ биҙәүестәре лә халыҡтың йәшәү рәүешенә, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларына бәйле кәлепләштереп, тормош ихтыяждарынан сығып барлыҡҡа килтергән күңел емеше.  

Һуңғы йылдарҙа халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү актуаль һәм мөһим була бара. Был айырыуса байрамдарҙа күҙгә ташлана. Сағыу милли кейемдәге апай-инәйҙәр, милли биҙәүестәр таҡҡан йәштәр халҡыбыҙҙың милли колоритын арттыра, данлай. “Тәңкәбикә” ағинәйҙәр клубы ағзалары ла был йәһәттән ҙур һәм әүҙем эш алып бара. Йәштәрҙе йәлеп итеп быуындар бәйләнешен өҙмәй.

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: