Был изге эшкә ауылдан ситтә йәшәгәндәр ҙә бик әүҙем ҡушыла, улар ауылдаштарына ауыҙ астырып изге айҙа сауап ала.
Районда иң боронғо мәсеттәрҙән һыналған Ҡаҙырша ауылы мәсетендә лә ифтар мәжлесе уҙғарылған. Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарға һәм әлеге мәлдә унда йөрөгән һалдаттарҙың имен-һау тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп аят-доғалар уҡылған.
Был ифтар мәжлесен Ғәле һәм Зөһрә Игебаевтар, Резида Тулыбаева, Айбулат һәм Зилиә Тулыбаевтар, Йомағужанан Әлфирә Ғәббәсова уҙғарған. Улар укыткан аяттар ҡабул булһын, илебеҙ тынысланып китһен, һалдаттарыбыҙ ғаиләләренә, яҡындарына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар, Алла бирһә.
Ошо көндәрҙә Сидоровка ауылының «Ҡунаҡ йорто» ла ураҙа тотоусылар өсөн үҙ ишектәрен асты. Ауылдың алты ғаиләһе берләшеп ифтар мәжлесен уҙғарҙы. Күркәм табынға ауылдың имам хатибы Рим Ғәбдиев үҙ фатихаһын биреп сығыш яһағандан һуң ауыл хаҡимиәте башлығы Васил Игебаев изге Рамаҙан айы менән тәбрикләп үҙенең изге теләктәрен еткерҙе һәм биләмә, район һәм республика кимәлендә ойошторолған сараларҙа, изге эштәрҙә әүҙем ҡатнашҡан «Гәүһәркүл» этно-фольклор төркөмө ағинәйҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен әйте. Ошо эштәрҙең башланғысына нигеҙ һалған Файҙа Ласыноваға һәм Люциә Таһироваға район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедовтың «Рәхмәт хаттары» тапшырҙы.
Ифтар мәжлесенә йыйылған ауылдаштар вәғәздәр тыңлап, Рамаҙан айында сауаптар насип булыуын теләп таралышты.
Күптән түгел Йомағужа ауылының «Фатима» мәсетендә лә бындай мәжлес ойошторолдо. Йылайырҙа йәшәгән Азат һәм Зөмәрә Аҡҡужиндар, Йәмил һәм Фәриғә Аҙнағоловтар, Земфира һәм Мәжит Моталлаповтар, Тәскирә һәм Барис Солтановтар йылдағыса ауылдаштарын ифтарға йыйып алды. Уларға себер тарафтарынан Шәрифә менән Амур Солтановтар, Альбина һәм Зөлфәр Такаевтар, Эльвира һәм Рәис Ғәлиевтар, Йылайырҙан Рәмил һәм Нәйлә Аҙнағоловтар, Әлфиә Әжибаева ла матди ярҙам менән ҡушылды. Ауылдың дин әһеле Нурғәле Шаһиғәлин доғалар уҡып, вәғәздәр һөйләне.
Үткәрелгән барлыҡ мәжлестәрҙә лә изге ғәмәлдәрҙең барыһы ла тейешенсә атҡарылды. Халыҡтан, сауаптар насип булыуын һәм донъялар тиҙерәк тынысланыуын теләгән теләктәр яңғыраны.
Быны һәр мосолман белергә тейеш...
Рамаҙан айы – мосолман өсөн ғилем һәм тәрбиә, һөйөү һәм һөйөнөс, сабырлыҡ, ризыҡтың ҡәҙерен, мохтаждарҙың хәлен белеү, изгелектәрҙе күп ҡыла торған ай.
Ураҙаны һәр кем тота алмай, ә бына ураҙа тотоусыларға ауыҙ астырып һәр кеше изге ғәмәл ҡыла, сауап ала.
Нимә ул ифтар йәки ауыҙ асыу?
Ҡояш тамам байығас, аҙан әйтелгәс, ифтар ваҡыты инә, йәғни, ауыҙ асырға мөмкин. Ифтар (ауыҙ асыу) доғаһы уҡыла. Унан һуң ауыҙ асырға ла мөмкин. Ауыҙ асыу өсөн ике-өс йотом һыу, һөт, сәй эсергә, икмәк ҡабырға мөмкин. Йөҙөм, хөрмә, алма, әфлисун киҫәге кеүек емеш менән (кипкән йәки туңдырып иретелгән сейә, еләк менән дә) ауыҙ асырға ярай. Емеш менән ауыҙ асыу һиммәтле һанала. Тоҙ ҡабып (татып) ауыҙ асырға ла мөмкин. Ҡыҫҡаһы хәләл ризыҡтың, эсемлектең ниндәйен ҡабып асһаң да дөрөҫ һанала.