Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Новости
18 Апреля 2024, 10:35

Ял көндәренә +26°тиклем йылытасаҡ

Синоптиктар фаразлауынса, кесаҙна, 18 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй, республиканың төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. 

Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +19, +24°.

Йома, 19 апрелдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Температура төндә +8, +13°, көнсығышта +3°, көндөҙ +21, +26°.

Шәмбе, 20 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм булмай, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көнсығышта +6°, көндөҙ +21, +26°.

Бынан алда Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы аномаль эҫе һауа торошо хаҡында иҫкәрткәйне.

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас