Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
14 Май 2024, 08:35

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Зөһрә Гордиенко Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры итеп тәғәйенләнде.

Белешмә:

Гордиенко Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы 1976 йылдың 23 ноябрендә Учалы районының Рәсүл ауылында тыуған. Көнсығыш иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ институтын тамамлай. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Учалы ҡала округы ҡарамағындағы эске эштәр бүлегендә башлай.

1995-2002 йылдарҙа-физик культура уҡытыусыһы, Межозерный төп дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.

2002-2007 йылдарҙа-Учалы районының 12-се Башҡорт лицейында физик культура уҡытыусыһы, тәрбиә эше буйынса директор.

2007 йылда Учалы районы һәм Учалы ҡалаһының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенең мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау филиалы директоры.

2007-2011 йылдарҙа-Учалы районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе.

2011 йылда "Горняк" стадионы директоры.

2011-2020 йылдарҙа-Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары.

2020-2024 йылдарҙа-Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы, хакимиәт башлығы.

Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

Сығанаҡ: Глава Республики Башкортостан

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас