Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
4 Июнь 2024, 11:05

Республикала беренсе зубр быҙауы тыуған

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә шатлыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

"Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки беҙ алдыбыҙға ғәйәт ҙур бурыс ҡуйҙыҡ, сөнки был матур һәм мөһабәт хайуан Башҡортостан тәбиғәтенең бер өлөшө буласаҡ. Был-беренсе быҙау. P. S. Ҡушаматы йә Башҡорт йәки һылыуҡай, әлегә билдәһеҙ", - тип яҙа төбәк башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йыл аҙағында, Беларусь менән килешеү сиктәрендә, Башҡортостанға беловеж зубрҙарының икенсе партияһы килтерелде. «Башҡорт зубры» проектының маҡсаты – зубрҙарҙы республика тәбиғәтенең тәбиғи өлөшө итеү. Хайуандар Мораҙым тарлауығында йәшәй, шулай уҡ уларҙы Урал Аръяғына урынлаштырыу планлаштырыла.

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас