Быуаттар тарихын һаҡлаусы тарихи ҡомартҡы, әлбиттә, бик таушалған. Шуға ла йылайырҙар был тарихи архитектура объектын һаҡлап ҡалыу һәм бинаны төҙөкләндереү буйынса дәүләт ярҙамын алыуға өмөт итә. Әйтергә кәрәк, йылайырҙарҙың был йәһәттән байтаҡ тәжрибәһе бар, тап федераль программа буйынса бер нисә йыл элек район үҙәгендәге Спасо-Преображенск сиркәүе тулыһынса реставрацияланды.
Бөгөнгө көндә Преображенск баҡыр иретеү заводы райондың туристик картаһына индерелгән. Йылайырға килеүсе сәйәхәтселәр, ял итеүселәр хатта үткенселәр был бинаны мотлаҡ күреп, иҫтәлеккә фотоға төшөп китә.
Преображенск заводы — Ырымбур губернаһының Йылайыр йылғаһы буйында урынлашҡан иң эре сәнәғәт предприятиеларының береһе булған. 650 завод крәҫтиәне һәм оҫталары эшләгән завод тирәләй ошо уҡ исемле ауыл барлыҡҡа килә.
Хәҙерге завод ҡасабаһы урынында Йылайыр районының Йылайыр ауылы (район үҙәге) урынлашҡан. Оҫтахана бинаһы архитектура ҡомартҡыһы итеп танылған.
Башҡортостан Башлығы менән былтыр уҙған Тура бәйләнеш ваҡытында йылайырҙар был тарихи ҡомартҡыны һаҡлап ҡалыу һәм бинаны төҙөкләндереү тураһында һорау бирҙе.
“Тарихи бинаны һаҡлап ҡалырға теләгәндәре өсөн Йылайыр халҡына рәхмәт! Күреүемсә, һеҙ тарихи бинаның үткәне өсөн ысын күңелдән янып-көйәһегеҙ. Преображенск баҡыр иретеү заводы кеүек биналарҙы һаҡлап ҡалыу үтә мөһим һәм кәрәкле эш. Башҡа ошоноң кеүек биналар менән сағыштырғанда, һеҙҙә тотош стеналар, түшәм һаҡланып ҡалған. Беҙҙә бындай заводтарҙы тергеҙеү буйынса ярайһы уҡ тәжрибә бар”, – тине Республика Башлығы Р.Ф. Хәбиров. Радий Фәрит улы эш сәфәре менән Йылайырға килергә вәғәҙә бирҙе.
Тимәк, тарихи ҡомартҡының киләсәге, йәғни бинаның тергеҙеләсәгенә ышаныс бар. Был, әлбиттә, районыбыҙға күберәк туристарҙы йәлеп итәсәк.
Белешмә
Был завод 1750 йылда Нуғай дуғаһы Бошман Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә төҙөлгән. Хужалары — Твердышев Яков Борисович һәм Мясников Иван Семёнович. Преображенск тау округына ингән.
1782 йылдан алып Я.Б.Твердышев һәм Г. И. Бибиковтар – завод хужалары, 1783 йылда Г. И. Бибиков Преображенск заводын Ырымбурҙың атаҡлы гражданы Дмитрий Кузьмич Крашенинниковҡа һата. 1789 йылда Крашенинников Мәскәүҙә билдәле кеше булған Гусятников Петр Михайловичҡа заводты 200 мең һумға һатып ебәрә. 1846 йылдан – М. В. Пашков, 1867 йылдан алып завод – Дворяндар опекаһы, 1870 йылдан – «Прогден, Леббок һәм К°», 1871 йылдан – «Рус баҡыры» ҡарамағында, 1884 йылда һәм 1891 йылда – В. Н. Охотников, 1890 йылдан – Пашковтар хужалыҡ итә
XVIII быуат аҙағында заводҡа яҡынса 105 мең дисәтинә ер ҡарай, 92 руднигынан 12-һе эшләй; 6 баҡыр иретеү мейесе, 4 шплейзофен һәм 3 йәмшәйтеү горны, 1870 йылдарҙа 11 баҡыр иретеү мейесе, гармахер, шплейзофен һәм штык горндары, 2 сүкеше, пар машиналары була. Заводта XVIII быуат аҙағында — 726, XIX быуат уртаһында 2371 крепостной крәҫтиән иҫәпләнә. XVIII быуатта — 300,6 мең бот, эшләү дәүерендә 992,6 мең бот баҡыр иретелә, максималь етештереүсәнлек — 17,9 мең бот (1855), йылына уртаса етештереүсәнлек 14,3 мең бот тәшкил итә (XVIII быуат)
Преображенск заводы халҡы Пугачев ихтилалына. 1773 йылдың октябрендә ҡушыла һәм 1774 йылдың апрель башына тиклем заводты үҙ ҡулдарынан ысҡындырмай. Май аҙағында баш күтәреүсе башҡорттар етештереү биналарын һәм ҡоролмаларҙы емерәләр, ҡорамалдарҙы сафтан сығаралар. Тергеҙеү эштәре ике йыл дауамында бара: 1776 йылдың көҙөндә генә завод продукция сығара башлай.
1867-1872 йылдарҙа һәм 1880-1906 йылдарҙа завод эшләмәй. 1908 йылда тулыһынса ябыла.
Фото редакция архивынан.