28 апрелдә “Торатау” конгресс-холында “V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Йәштәр советы” халыҡ-ара йәштәр форумы үтәсәк.
Йәштәр советында делегаттар “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы” проектын, шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү стратегияһы, Башҡор-тостандан ситтә йәшәүсе башҡорттарға ярҙам итеү программаһы, милли мәғариф системаһын үҫтереү кеүек башҡа проекттарҙы эшләү менән шөғөлләнәсәк.
Иң әүҙем 10 ҡатнашыусы 28 июндә үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының делегаты итеп һайланасаҡ.
Сарала 18-ҙән 35 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнаша ала. Үҙең менән ноутбук алып килеү шарт. Иң яҡшы эссе авторҙары Йәштәр советына саҡырыласаҡ.
24 апрелгә тиклем ошо һылтанмы буйынса теркәлергә: http://strategy.bashkort.org/molsovet.