Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машина ҡуйған өсөн штраф һалыуҙы индергән “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон ҡабул итте.
Штраф күләме ярайһы уҡ ҙур: граж¬дандарға бер меңдән ике мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – биш-ун мең һум, ойошмаларға 20 меңдән 30 мең һумға ҡәҙәр. Ә инде ошондай тәртип боҙоу ҡабатланһа, штраф күләме ике тапҡырға артасаҡ.
Закон буйынса протокол төҙөү һәм штраф һалыу район хакимиәттәрендәге административ комиссияның вәкәләте¬нә ҡарай. Улар тураһындағы белеш¬мәне ра-йон һәм ҡала хакимиәттәренең “Адми¬нистратив комиссия” бүлегендә табырға мөмкин. Теләгән һәр кем ты¬йылған урын¬дарға ҡуйылған автомо¬билдәрҙе фо¬тоға төшөрөп ебәрә ала. Рәсәй Феде¬ра¬ция¬һының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы¬ның 26.7-се статья¬һына ярашлы, фотолар йәки ви¬деояҙ¬ма¬лар дәлил булып иҫәплә¬нә¬сәк. Әммә бының өсөн тү¬бәндәге шарт¬тарҙы үтәү мөһим:
1. Мөрәжәғәт аноним булырға тейеш түгел. Мәғлүмәт ебәргән кеше махсус бланк тултырырға бурыслы. Бланкты Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комите¬ты¬ның сайтынан
(https://goskomjust.bashkortostan.ru/documents/active/218812/) күсереп алырға мөмкин. Унда ул кеше¬нең исем-фамилияһы, бәйләнеш телефоны һәм электрон почтаһы, шулай уҡ ҡайҙа һәм ҡасан тәртип боҙоуы, ниндәй телефондан фотоға төшө¬рөл¬гәне күрһәтелергә тейеш.
2. Фотолар йәки видеояҙмалар сифатлы булһын. Унда автомобилдең ты¬йыл¬ған урында тороуы (урамдың исеме һәм йорт һаны күрһәтелһә, тағы ла яҡшы), теркәү номеры асыҡ сағылһын. Водитель автомобилдең салонында теефон номерын күрһәтеп яҙыу ҡалдыр¬һа, уны ла теркәп ҡуйығыҙ.
Ғаризаны, фотоны һәм видеояҙманы урындағы административ комиссияның рәсми сайтына ебәрергә кәрәк.
Ялыу, рәсми мөрәжәғәт булараҡ, “Рә¬сәй Федерацияһының мөрәжәғәт¬тәрҙе ҡарау тәртибе тураһында”ғы законға ярашлы ҡарала, шуға ла унда күрһәтел¬гән адресҡа административ комиссия ҡабул иткән ҡарар тураһында белдереү ҡағыҙы киләсәк.
Әгәр ҙә автомобиль ышаныс ҡағыҙы буйынса бүтән кешегә файҙаланырға бирелһә йә урланған булһа, ул саҡта транспортты башҡа кеше файҙа¬ла¬ны¬уын иҫбатларға тура киләсәк. Хәҙер транспортты каршеринг компаниялары ҡуртымға бирә. Был осраҡта компанияға ҡануниәтте боҙған ваҡытта автомобилде ҡулланған кеше тураһында мәғлүмәт алынасаҡ, һуңынан файҙаланған кешегә штраф һалына.
Билдәле булыуынса, юл хәрәкәте ҡа¬ғиҙәләрен боҙған өсөн һалынған штрафты 20 көн эсендә түләгәндә 50 процент күләмендә ташлама ҡарала. Газон, спорт һәм балалар майҙансығын тапатҡандарға был ҡағылмай.
Автотранспортты тротуарҙа ҡуйған өсөн Рәсәй Федерацияһының Админис¬тратив тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.19-сы статьяһына ярашлы штраф һалына. Протоколдарҙы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспек¬торҙары төҙөй.
Һорауҙар килеп тыуһа, үҙегеҙҙәге ад¬ми¬нистратив комиссияға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Әгәр ҙә инде администра¬тив ко¬миссия эшенә ҡағылышлы аңла¬шыл-маусанлыҡтарға юл ҡуйылһа, Баш¬ҡорт¬остан Республикаһының Юстиция эш¬тә¬ре буйынса дәүләт комите¬тының ад¬ми¬нистратив комиссиялар эше буйын¬са бүлегенә (8(347)218-10-34) шылты¬ратырға мөмкин.