Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай тауышы
27 Август 2019, 18:24

Беҙ ҙә флешмобҡа ҡушылайыҡ!

15 августан социаль селтәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән #Шайморатов флешмобы бара. Унда меңгә яҡын кеше һәм коллектив ҡатнашҡан да инде, әле лә видеояҙмалар килеүен дауам итә. Флешмобҡа танылған артистар (Асҡар Абдразаҡов, Ринат Рамазанов («Арғымаҡ» төркөмө), Элвин Грей), республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, республика ауылдарында һәм ҡалаларында, Рәсәй субъекттарында, сит илдәрҙә йәшәүселәр ихлас ҡушыла.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, бөйөк яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың исемен халыҡ хәтерендә мәңгеләштереү маҡсатында ойошторолған был акцияла ҡатнашыу өсөн Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян һүҙҙәренә ижад иткән «Шайморатов генерал» йырын башҡарырға, видеоға төшөрөргә һәм #Шайморатов #ҡоролтай хештегы менән интернетҡа һалырға кәрәк. Күп һанлы һорауҙар буйынса социаль селтәрҙәге флешмоб 7 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Ә һуңғы көндө сәғәт төшкө 3-тә «Торатау» конгресс-холы янындағы Өфө амфитеатрында меңләгән кеше генерал тураһында йыр башҡарасаҡ тип планлаштырыла. Ошонда уҡ флешмобты ойоштороусылар иң әүҙемдәргә һәм йырҙы үҙенсәлекле башҡарыусыларға бүләктәр тапшырасаҡ.

Зөбәржәт Һиҙиәтова.
Читайте нас: