Ауыл уттары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай тауышы
6 Декабрь 2019, 11:50

Лайыҡлы награда

Быйыл Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы – 85, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте 100 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләй.

Шул айҡанлы Өфөлә тантана булып уҙҙы. Унда “Атайсал” төбәк гәзитенең баш мөхәррире, яҙыусы, журналист Хәйҙәр Тапаҡов та ҡатнашты.
Байрам бүләкһеҙ булмай. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташбыҙ ҙа булыуы оло ҡыуаныс. Быйыл “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” исемле китабы сыҡҡан Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Ҡотлайбыҙ, ҡәләмдәш!
Читайте нас: