Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай тауышы
30 Сентябрь 2020, 12:50

БАШҠОРТ ЫРЫУҘАРЫНЫҢ КАРТАҺЫ БУЛАСАҠ

1 октябрҙә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы комиссияһының киңәйтелгән ултырышында ниҙәр көтөлә?

1 октябрҙә “Торатау” конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡорт халҡы тарихы һәм үҫеше комиссияһының киңәйтелгән ултырышы була. Сарала шулай уҡ “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы” проекты менән таныштырмаҡсылар.
Башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошон, уның яңырыуын, башҡорт ырыуҙары атрибутикаһын һаҡлауҙы, өйрәнеүҙе, уның заманса варианттарын эшләүҙе сағылдырған айырым карта төҙөү маҡсатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенең нигеҙендә геральдика һәм башҡорт ырыуҙары атрибуттары комиссияһын ойоштора.
Ултырышта Ҡоролтай менән Рәсәй Геральдистар союзының берлектәге эш һөҙөмтәһе – башҡорт ырыуҙары гербтары күрһәтеләсәк. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышы өсөн айырым ырыуҙар картаһы төҙөлгән. Сарала ошо карта һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихына арналған “Без башкортлар” китабы менән таныштырыу күҙаллана.
Киңәйтелгән ултырышта абруйлы ғалимдар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһай.
Читайте нас: