“Ҡанатлы күңел ҡәләме” тип аталған Республика йәштәр конкурсында яҡташыбыҙ Юлдыбай ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зөһрә Ғәйнулла ҡыҙы Аҡҡужина ла бар икән. "Автор ҡарашы" номинацияһының 26-40 йәшлек ҡатнашыусылары араһында башҡорт телендә ижад итеүселәрҙән Зөһрә Ғәйнулла ҡыҙы бер үҙе икенсе турға үтеп, финалға етеп Диплом алып ҡайтты.