Ауыл уттары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай тауышы
14 Февраль 2023, 14:55

Флешмобҡа һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!

21 февралдә Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡыҙыҡлы флешмоб иғлан итә.

Флешмобҡа һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!
Флешмобҡа һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!

Шарттары бик ябай:

- тәҡдим ителгән шиғырҙан үҙегеҙ теләгән дүрт юллыҡты һайлап, уны туған телегеҙҙә уҡып, видеоға яҙҙыраһығыҙ;
- видеояҙманы үҙегеҙҙең сәхифәгеҙгә #ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө хештегтары менән ҡуяһығыҙ;
[email protected] электрон почтаһына ебәрәһегеҙ.

Видеояҙмаларҙың иң яҡшыларын һайлап аласаҡбыҙ. 21 февралдә беҙҙең социаль селтәрҙәрҙә флешмобтың дөйөм һөҙөмтәһе менән танышырһығыҙ.
Әүҙем ҡатнашып, туған телебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!

Шағир һүҙе: Назар НӘЖМИ

БАШҠОРТОСТАН

Башҡортостан! Татлы балһың кеүек,
Дегетсе бер оҫта кеүекһең –
Кейеменә мазут еҫе һеңгән
Һин, гүйә, бер эшсән егетһең.

Башҡортостан! Ярһыу атһың һымаҡ:
Өйөрҙәрең – утлы өйөрмә.
Ҡымыҙ еҫе, йәйләүҙәрҙең хисе
Йырлап инә йырлы өйөңә.

Башҡортостан! Һин — икмәкле тупраҡ,
Йәшел урман, болон, тау, дала.
Йәнһеҙгә – йән, йәмһеҙгә йәм биргән
Һин ут һәм һыу, һауа һәм дауа.

Бар булғаның һинең үҙеңдеке –
Ер аҫтың һәм өҫтөң – хазина.
Китаптарың юҡта, китап итеп,
Тарих яҙғанһың һин ташыңа.

Ниндәй ер һин?! Ер алтының түгел,
Күңел алтындарың – мең алтын.
Йырлап тора телең. Йөрәгеңдә
Ерҙәр тетрәтерлек дәрт, ялҡын.

Шул дәртең һәм шул ялҡының күскән
Ереңдәге һәр бер халҡыңа.
Бер йәшәүе мең йәшәүгә тора
Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ хаҡына.

Кешенеке түгел, үҙеңдеке
Һәр ауазың, төҫөң, һәр нурың.
Үҙ болотоң күктә йөҙә кеүек,
Яуа төҫлө тик үҙ ямғырың.

Ниндәй дәүләт үҙең! Һулыштарың,
Тәбиғәтең, холҡоң бер түгел.
Бер үк мәлдә Йылайырҙа йылы,
Ә Дыуанда тулай һалҡын ел.

Ҡайнарлығың, һалҡынлығың менән
Һин йәнемдә минең, тәнемдә.
Тоям һине дегет еҫендә лә,
Тоям шул уҡ балың тәмендә...

Тел асылған һиндә, күҙ асылған,
Бар тапҡаным һиндә табылған.
Табылғанға ғүмер табынманым,
Мин – ғүмергә һиңә табынған,
Ерем-һыуым, Башҡортостан!

Сығанаҡ:https://shonkar.com/articles/-bi-t/2023-02-12/fleshmob-a-ushyly-y-3139665?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: