Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай тауышы
17 Июль 2023, 15:20

Башҡортостан Башлығы гранты кемдәргә биреләсәк?

Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар конкурсында 34 ойошма еңеүсе тип табылған.

Башҡортостан Башлығы гранты кемдәргә биреләсәк?
Башҡортостан Башлығы гранты кемдәргә биреләсәк?

Социаль проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн уларға, уртаса алғанда, 1,5 миллион һумлыҡ ярҙам биреләсәк. Барлығы 213 заявка тапшырылған, конкурстың дөйөм бюджеты - 50 миллион һум. Шуныһы, еңеүсе ойошмаларҙың яртыһы республика грантын беренсе тапҡыр ала, ә ике ойошма тәүге мөмкинлектән үк еңгән.

Муниципалитеттар араһында еңеүселәр һаны буйынса лидерҙар: Өфө – 12, Сибай – дүрт, Өфө һәм Ғафури райондары – икешәр проект.

Шулай уҡ еңеүселәр араһына Рәсәйҙең биш төбәге ингән: Мәскәү ҡалаһы, Пермь крайы, Свердловск, Ҡурған, Силәбе өлкәләре.

Араларында иң популяр йүнәлеш булып Башҡортостанда һәм унан ситтәге төбәктәрҙә мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте тармаҡтарында дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен пропагандалау һәм үҫтереү тора. Бөтәһе – 14 проект. Мәҫәлән, Яңауыл районында “Марий еш-Мари ғаиләһе” конкурсы үтәсәк. Бында төп маҡсат йәмғиәттә ғаилә институты абруйын күтәреү генә түгел, ә үҙ халҡы йолаларын ихтирам иткән, туған телендә һөйләшкән ғаиләләрҙе күрһәтеү.

Ә Миәкә районында өҫтәмә белем биреү учреждениеһы нигеҙендә “Йәнһүрәт” студияһы асыласаҡ. Унда башҡорт телен өйрәтәсәктәр, шулай уҡ 6-15 йәшлек балалар өсөн пластилиндан һәм ҡурсаҡлы йәнһүрәттәр төшөрәсәктәр.

Ун проект республикала, унан ситтә дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлау, үҫтереү, уларҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән яңы мәҙәни, ғилми, белем биреү проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһындағы “Сулпылар” балалар баҡсаһында “БашҒаилә" ғаилә этномәҙәни үҙәге эшләй башлаясаҡ. Унда балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә йәлеп ителәсәк, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы өйрәнеләсәк.

“Туған тел – халыҡ күңеле” проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Стәрлетамаҡ районының өс ауылында китапханалар нигеҙендә татар этно-ҡунаҡханалары асыласаҡ.

Өсөнсө урында - республикала һәм уның ситтә халыҡтар телдәрен, шулай уҡ башҡорт телен популярлаштырыуҙа һанлы продукттар, фото, видео, аудио ресурстар, электрон майҙансыҡтар файҙаланыуҙы күҙ уңында тотҡан проекттар. Бында “Һомай” колонкаһын үҫтереүгә йүнәлтелгәне еңгән. Интерактив колонка ике телдә – башҡортса һәм русса "һөйләшә", икеһен дә "аңлай". Проект башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелгән 100 уҡыу йортоноң 1-4-се класс уҡыусылары араһында һынап ҡараласаҡ.

Еңеп сыҡҡан эштәрҙе тормошҡа ашырыу 2023 йылдың 1 сентябренән һуң башлана.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #ГрантГлавыРБ #конкурсы

Сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir

 

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: