Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
17 Октябрь 2017, 13:37

Районыбыҙ Республика көнөн тантаналы билдәләне

Уҙған аҙнала беҙ төп дәүләт байрамыбыҙ – Республика көнөн билдәләнек. Бөгөн Башҡортостан – илебеҙҙең ҡеүәтен нығытыуға тос өлөш индергән алдынғы төбәктәрҙең береһе. Республикала йылдан-йыл яңы социаль һәм производство объекттары сафҡа индерелә, алдынғы технологиялар үҙләштерелә, эшҡыуарлыҡ үҫешә, йәш ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтелә һ.б. Бөтә Башҡортостан халҡы өсөн мөһим булған байрамды йылайырҙар ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡаршыланы.

Уҙған аҙнала беҙ төп дәүләт байрамыбыҙ – Республика көнөн билдәләнек. Бөгөн Башҡортостан – илебеҙҙең ҡеүәтен нығытыуға тос өлөш индергән алдынғы төбәктәрҙең береһе. Республикала йылдан-йыл яңы социаль һәм производство объекттары сафҡа индерелә, алдынғы технологиялар үҙләштерелә, эшҡыуарлыҡ үҫешә, йәш ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтелә һ.б. Бөтә Башҡортостан халҡы өсөн мөһим булған байрамды йылайырҙар ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡаршыланы.

Республика көнө айҡанлы район мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә уҙған тантаналы йыйылышта хөрмәтле ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин, Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры урынбаҫары М.И. Шәрәфетдинов, “Символика” ЯСЙ-һы директоры В.А.Ғәйнетдинов, район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре, хеҙмәт алдынғылары, ветерандар ҡатнашты.

Тантана уңайынан октябрь башында үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләгән уҡытыусылар, юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, урып-йыйыу кампанияһын рес-публикала беренселәрҙән булып уңышлы тамамлаған ауыл хужалығы эшсәндәре тәбрикләнде.

Байрам тантанаһын асып, район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин йыйылыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителеүҙең 27 йыллығы менән ихлас ҡотланы, был байрамдың ысын мәғәнәһендә республикабыҙҙың бөйөклөгөн кәүҙәләндереүен һәм уның данлы үткәнен символлаштырыуын билдәләне.

Артабан район хакимиәте баш-лығы райондың бөгөнгө социаль-иҡтисади торошо, һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәр, төрлө тармаҡтарҙа өлгәшелгән ҡаҙаныштар хаҡында һөйләне, райондың ыңғай үҫеш динамикаһын, артабанғы перспективаларҙы һәм йүнәлештәрҙе билдәләне.

Район халҡының байрам шатлығын саҡырылған ҡунаҡтар ҙа ихлас уртаҡ-лашты.

– Хөрмәтле йылайырҙар! Һеҙҙе Башҡортостан башлығы Р.З Хәмитов исеменән төп дәүләт байрамыбыҙ – Республика көнө менән ҡотлайым, – тине республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары М.И.Шәрәфетдинов. – Был байрамда ата-бабаларыбыҙҙың рухи мираҫына оло хөрмәт, төбәгебеҙҙең данлы бөгөнгөһө менән ғорурланыу тойғолары, уның иртәгәһенә ныҡлы ышаныс сағыла. Әлбиттә, республикабыҙҙың алтын фонды – уның һоҡланғыс, талантлы һәм эшһөйәр халҡы. Бөгөнгө оло байрамда ла республикабыҙ, тыуған районығыҙ мәнфәғәтенә ал-ял белмәй тырышып хеҙмәт иткән ябай ауыл эшсәндәрен, беҙҙең киләсәгебеҙҙе тәр-биәләгән уҡытыусыларҙы тәбрикләүегеҙ, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ, – тине ул. Сығышы һуңында Марат Искәндәр улы райондың алдынғы педагогтарына һөнәри уңыштары өсөн лайыҡлы наградаларын тапшырҙы.

Тантананы йәмләп, район мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары һәм балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре йыйылыусыларҙы йөкмәткеле байрам концерты менән ҡыуандырҙы.

Читайте нас: