Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
2 Ноябрь 2017, 18:49

Хөрмәтле райондаштар һәм районыбыҙ ҡунаҡтары!

Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлайым! Был байрам тарихыбыҙҙың данлы һәм шанлы биттәре менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ул халыҡтар татыулығы, уларҙың уртаҡ маҡсаттар һәм бурыстар тирәһенә тупланыуы идеяһын символлаштыра. Халыҡтарҙың берҙәмлеге, ынтылыштарының уртаҡлығы – илебеҙҙе сәскә аттырыуҙың нигеҙе, мәҙәни-тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыуҙың гарантияһы ул. Беҙҙе бөгөн дә рухи берҙәмлек тойғоһо, ысын күңелдән Ватаныбыҙға файҙа килтерергә ынтылыу берләштерә.Ватанды һөйөү иң тәүҙә тыуған төйәгеңде һөйөүҙән башлана. Йылайыр районы халҡының бик күп быуындары, тыуған районын үҫтереүгә бар көсөн һәм белемен биреп, быны эше менән иҫбатланы.Ошо байрам көнөндә Йылайыр районын, Башҡортостанды һәм бөтә Рәсәйҙе үҫтереү мәнфәғәттәрендә эшләгән һәм эшләүен дауам итеүселәрҙең барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм.Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйем! Һәр өйҙә, һәр ғаиләлә тыныслыҡ, именлек һәм шатлыҡ-ҡыуаныс хөкөм һөрһөн! Байрам менән! Район хакимиәте башлығы И.ФӘТҠУЛЛИН.

Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлайым!
Был байрам тарихыбыҙҙың данлы һәм шанлы биттәре менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ул халыҡтар татыулығы, уларҙың уртаҡ маҡсаттар һәм бурыстар тирәһенә тупланыуы идеяһын символлаштыра. Халыҡтарҙың берҙәмлеге, ынтылыштарының уртаҡлығы – илебеҙҙе сәскә аттырыуҙың нигеҙе, мәҙәни-тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыуҙың гарантияһы ул. Беҙҙе бөгөн дә рухи берҙәмлек тойғоһо, ысын күңелдән Ватаныбыҙға файҙа килтерергә ынтылыу берләштерә.
Ватанды һөйөү иң тәүҙә тыуған төйәгеңде һөйөүҙән башлана. Йылайыр районы халҡының бик күп быуындары, тыуған районын үҫтереүгә бар көсөн һәм белемен биреп, быны эше менән иҫбатланы.
Ошо байрам көнөндә Йылайыр районын, Башҡортостанды һәм бөтә Рәсәйҙе үҫтереү мәнфәғәттәрендә эшләгән һәм эшләүен дауам итеүселәрҙең барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйем! Һәр өйҙә, һәр ғаиләлә тыныслыҡ, именлек һәм шатлыҡ-ҡыуаныс хөкөм һөрһөн! Байрам менән!

Район хакимиәте башлығы И.ФӘТҠУЛЛИН.

Читайте нас: