Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
4 Декабрь 2017, 18:46

Ике яҡ өсөн дә файҙалы осрашыуҙар

Районда эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров булып китте.

Районда эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров булып китте.
Башта ул Иван-Ҡыуалат ауылына барып, урындағы мәктәптең яңыртылған спорт залын асыу тантанаһында ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проекты сиктәрендә республикабыҙҙың күп кенә белем усаҡтарында спорт майҙансыҡтары төҙөлдө, төрлө спорт кәрәк-яраҡтары һатып алынды. Ошо проектты бойомға ашырыу маҡсатында беҙҙең районда ла ярайһы уҡ эштәр башҡарылды. Былтыр, мәҫәлән, Матрай урта мәктәбенең спорт залы тулыһынса яңыртылһа, бы-йыл ремонт эштәре Иван-Ҡыуалат дөйөм белем биреү мәктәбенең спорт залында башҡарылды.
Эш сәфәрен дауам итеп, З.З. Байғусҡаров хакимиәт бинаһының ултырыштар залында район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма-предприятиелар етәкселәре, “Берҙәм Рәсәй” партияһы активы менән осрашты.
Артабан депутат Рәсәй Дәүләт Думаһындағы бер йыллыҡ эше һөҙөмтәләре, үҙе ағза булып торған дәүләт төҙөлөшө һәм закон сығарыу комитеты эшмәкәрлеге менән менән яҡындан таныштырҙы.
Сараның дауамында депутатҡа йыйылыусылар тарафынан бик күп һорауҙар бирелде, уй-теләктәр еткерелде.
Осрашыуҙы йомғаҡлап, З.З.Бай-ғусҡаров район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллинға Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау кампанияһын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хатын тапшырҙы. Рәхмәт хаты менән территориаль һайлау комиссияһы секретары В.Ф. Аҙнағолов бүләкләнде. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының яңы ағзаларына партия билеттары тапшырылды.
Артабан З.З.Байғусҡаров район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин оҙатыуында Юлдыбай ауылындағы мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә булды.
Депутатты мәҙәниәт йортоноң эшмәкәрлеге, уңыштары һәм проблемалары менән уның директоры Әмир Моталлапов таныштырҙы.
З.З.Байғусҡаров шулай уҡ үҙҙәренең сираттағы ултырышына йыйылған, ҡул эштәренән бик бай күргәҙмә әҙерләгән ағинәйҙәр ҡоро ағзалары менән дә әңгәмәләште, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, теләк-тәҡдимдәрен тыңланы.
Осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалған З.З.Байғусҡаров район хакимиәте башлығына, йыйылған халыҡҡа рәхмәт әйтте һәм эш сәфәрен Хәйбулла районына дауам итте.

Читайте нас: