Ауыл уттары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
16 Апрель 2018, 18:01

Балаларҙың йәйге ялын хәстәрләргә ваҡыт

Үткән аҙна аҙағында Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары С.Т.Сәғитов рес-публика муниципалитеттары менән берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек, балаларҙың ялын, уларҙы сәләмәтләндереүҙе ойоштороу, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт шарттарын махсус баһалау мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһе үткәрҙе.


Башта республиканың мәғариф министры Г.Р.Шафиҡова кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек барышы, уларҙы үткәреү этаптары, яңы үҙгәрештәр, йәмәғәт күҙәтеүселәренең эше нисек ойоштороласағы менән таныштырҙы. Атап әйткәндә, быйыл республикала берҙәм имтихандар ҡабул ителгән барлыҡ пункттарҙа ла видеокүҙәтеү алып барыласаҡ, бөтә контроль-үлсәү материалдары урында сканерланасаҡ һәм баҫыласаҡ. Министр имтихандар ҡабул итеү пункттарында һәм уларҙың территорияларында йәмәғәт тәртибен һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, электр энергияһын тотҡарлыҡһыҙ биреү, имтихандарҙа ҡатнашыусыларҙың, был эште ойоштороусыларҙың һәм етәкселәрҙең яуаплылығы тураһында аңлатыу эштәрен дауам итеүгә айырыуса иғтибар биреүҙе һораны.

Балаларҙың ялын ойошто-роуға туҡталып, Гөлназ Радмил ҡыҙы бурыстың элеккесә ҡалыуын белдерҙе. Быйыл да йәйге лагерҙарҙа 239 мең баланы ял иттереү бурысы тора. Ул шулай уҡ контроль-күҙәтеү органдарының ял лагерҙарындағы янғын хәүефһеҙлегенә, инеү-сығыу юлдарына һ.б. ҡа-рата иҫкәрмәләре менән таныштырҙы.

Һаулыҡ һаҡлау министры Ә.Ә.Бәкиров республикалағы демографик хәл тураһында һөйләне, 2018 йылдың ике айындағы тыуым һәм үлем күрһәткестәре менән (шул иҫәптән муниципаль берәмектәр буйынса айырым-айырым) таныштырҙы, ике ай йомғаҡтары буйынса республикала демографик хәлдең былтырғы кимәлдә һаҡланыуын әйтте.

– Дөйөм үлем күр-һәткестәренең кәмей барыуын билдәләргә кәрәк, – тине Әнүәр Әкрәм улы. – Ғинуар-февралдә былтырғы ошо уҡ осорҙағынан 603-кә күберәк ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуға өлгәшелгән. Дөйөм үлем күрһәткесе 7 процентҡа, хеҙмәткә яраҡлы йәштәге кешеләрҙең үлеме 4,5 процентҡа кәмегән.

Отчет осоронда ҡан әйләнеше ауырыуҙарынан, туберкулездан, тын алыу органдары сирҙәренән, яман шештәрҙән үлеү осраҡтары аҙыраҡ булған. Шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаларында үлеү кәмегән. Хәҙерге ваҡытта юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса стратегия төҙөү өсөн тәҡдимдәр индерелә, тине министр һәм муниципалитеттарҙы был эшкә ҡушылырға саҡырҙы.

Кәңәшмәлә шулай уҡ үҙ-үҙенә ҡул һалыу һәм алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтарын артабан кәметеү мәсьәләһен дә комплекслы хәл итеү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ю.М.Мельников республикала хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙың маҡсаты һәм бурыстары, нисек барыуы, хеҙмәтте һаҡлау буйынса сараларға социаль страховка аҡсаһын файҙаланыу мәсьәләһе тураһында һөйләне.

* * *

Селектор кәңәшмәһе тамамланғас, балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең ялын ойоштороу, уларҙы сәләмәтләндереү һәм мәшғүллеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы булып үтте. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин алып барҙы.

Кәңәшмәлә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Йылайыр район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге дәүләт инспекторы, район мәғариф бүлеге начальнигы һәм методистары, “Дуҫлыҡ” лагеры етәксеһе, комиссия ағзалары ҡатнашты.

Үҙенең инеш һүҙендә Илгиз Лирман улы быйыл районда балаларҙың ялын һәм уларҙы сәләмәтләндереүҙе ойоштороу системаһын үҫтереүҙәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне. Лагерҙа балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға әҙерләнеү буйынса барлыҡ сараларға ла бик яуаплы ҡарарға кәрәклеген, бында балаларҙың хәүефһеҙ ялын тәьмин итеү төп бурыстарҙың береһе булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был эште бөтә яуаплы хеҙмәттәр менән бергәләп алып барырға, күҙәтеү органдарының талаптарын үтәүгә айырыуса иғтибар бирергә кәрәк.

Лагерҙарҙа янғын хәүефһеҙлеген, балаларҙың һыуҙағы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, терроризмға ҡаршы һаҡланыу шарттары булдырыу, санитария-эпидемиология мәсьәләләренә лә даими иғтибар бирелергә тейеш.

Етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һәм тормошта ауыр хәлгә ҡалған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе лагерҙа ял иттереүгә һәм сәләмәтләндереүгә быйыл да етди иғтибар биреләсәк.

Урал аръяғы район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Йылайыр районы буйынса бүлеге начальнигы Г.В.Бегун йәйге осорҙа балиғ булмағандарҙы эш менән тәьмин итеү бу-йынса нимәләр планлаштырылыуы тураһында һөйләне.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса комиссия тейешле ҡарар ҡабул итте.

Николай МОХОВ.
Автор фотолары.

Читайте нас: