“Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө” акцияһы, урман хужалығы Федераль агентлығы инициативаһы менән бөтә ил буйынса үтә. Беҙҙең районда иһә был акция Кананикольск урман хужалығында дауам итте. Райондың ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе вәкилдәре һәм “Йәш гвардия”сылар Кананикольск урман хужалығы эшселәре менән берлектә, Ҡана урмансылығы участкаһы территорияһында үҫентеләр ултыртыуҙа ҡатнашты.
Ҡана урмансылығы территорияһында участка эшселәре һәм арендаторҙар тарафынан 400 гектар майҙанда ағас ултыртыу күҙаллана.
Рәсәй урманына иғтибар, ихтирам булдырыу, урман байлыҡтарын булдырыу һәм арттырыу маҡсатында ойошторолған Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө төрлө кешеләрҙе экологик акцияға берләштерҙе. Был экологик өмәлә ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин һәм акцияға ихлас ҡушылған халыҡ урманды тергеҙеүгә тос өлөш индерҙе. Урман илебеҙҙең һәм бәләкәй тыуған еребеҙҙең байлығы. Беҙҙең районда урманды тергеҙеүгә тейешле иғтибар бүленә, йыл һайын үҫентеләр ултыртыу буйынса йөкләмәләр үтәлә, ә урман хужалығы эшселәре үҫентеләрҙең юғары үҙләшеүенә өлгәшә.
Әйткәндәй, ағас ултыртыу көнө Рәсәйҙә байрам көнө булараҡ билдәләнә хәҙер. Һәм һәр кем ошо байрам көнөндә үҙ ҡулдары менән киләсәкте булдыра, тәбиғәтебеҙҙе тергеҙеүгә өлөш индерә ала.