Ауыл уттары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
28 Ғинуар 2019, 19:14

Уңыш уңғандарҙы ярата

Һәр беребеҙҙең көндәлек тормош сифаты үҙебеҙ йәшәгән йәмғиәттән, уратып алған мөхиттән тора. Дөйөм мәнфәғәттәр менән бәйләнгән иң кесе берләшмә ғаилә һаналһа, иң ҙуры – дәүләт. Ә бына ошо берләшмәләр араһында бүтәндәре урынлашҡан: райондар һәм беҙ йәшәгән ауылдар, урамдар һәм йорт-ихаталар. Былары инде урындағы берләшмәләр тип атала, һәм уларҙың бөтәһендә лә кешеләрҙең дөйөм, коллектив мәнфәғәте бар. Был нимәлә сағыла һуң?

Һәр беребеҙҙең көндәлек тормош сифаты үҙебеҙ йәшәгән йәмғиәттән, уратып алған мөхиттән тора. Дөйөм мәнфәғәттәр менән бәйләнгән иң кесе берләшмә ғаилә һаналһа, иң ҙуры – дәүләт. Ә бына ошо берләшмәләр араһында бүтәндәре урынлашҡан: райондар һәм беҙ йәшәгән ауылдар, урамдар һәм йорт-ихаталар. Былары инде урындағы берләшмәләр тип атала, һәм уларҙың бөтәһендә лә кешеләрҙең дөйөм, коллектив мәнфәғәте бар. Был нимәлә сағыла һуң?
Беҙ барыбыҙ ҙа йәшәгән ауыл-ҡалабыҙҙың таҙа, матур, өйҙәребеҙҙең йылы булыуын теләйбеҙ, мәктәпкә, мәҙәниәт йорттарына, дауахана, ФАП-тарға мохтажбыҙ. Был йәһәттән күп нәмә муниципаль власть органдары эшмәкәрлегенән тора, сөнки тап урындағы үҙидара бөтәһенә ҡарағанда ла халыҡҡа, кешеләргә яҡыныраҡ, граждандар менән дәүләт араһындағы күпер, берләштереүсе көс. Шуға ла биләмәләрҙәге бөтә эштәр барышы, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн беренсе сиратта улар яуаплы. Был йүнәлештәге эҙмә-эҙлекле эш беҙҙең район хакимиәте тарафынан да башҡарыла. Мәҫәлән, быйылғы йыл башынан ғына район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин үҙенең район буйынса эш сәфәрҙәре барышында бер нисә ауыл биләмәһендә булып өлгөрҙө. Урындағы халыҡ менән осрашыуҙар барышында теге йәки был территорияға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелде, ауылдарҙың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу буйынса конкрет уй-тәҡдимдәр еткерелде. Ошондай форматтағы сараларҙың береһе Юлдыбай ауыл биләмәһенә ҡараған Воскресенск ауылында үтте.
Әйтергә кәрәк, яңыртылған мәҙәниәт йортонда вәскирҙәр район етәкселеге менән тәүгә осрашмай. Былтыр бында район хакимиәте ярҙамында ремонт эштәре башҡарылғайны һәм Халыҡ-ара ололар көнөн ауыл халҡы төҙөкләндерелгән, күҙгә күренеп йәмләнгән мәҙәниәт йортонда ҡаршыланы. Икенсе осрашыу ҙа бик йылы шарттарҙа үтте: һөйләшеү барышында ауылдың һыу селтәрҙәре системаһын модернизациялау һәм урындағы халыҡты баллонлы газ менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыуға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу булды. Осрашыуҙа күтәрелгән барлыҡ һорауҙар ҙа Илгиз Лирман улының шәхси контроле аҫтына алынды, уларҙы хәл итеү ваҡыттары билдәләнде. Артабан район хакимиәте башлығы урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында булды. Сирек быуаттан ашыу
ауылдаштары һаулығы һағында тороусы юғары категориялы фельдшер Баҙыян Яхъя ҡыҙы Ҡоҙашева менән әңгәмә барышында Илгиз Лирман улы учреждениеның матди хәле тураһында һорашты, эшмәкәрлеге менән танышты.
Шәхси хужалыҡ – ғаилә ҡалҡаны тигән хәҡиҡәткә таянып йәшәүсе тырыш Чернышовтарҙың ҙур хужалығында һәр миҙгелдә лә эш ҡайнай. Бына И.Л. Фәтҡуллин килгән көндө лә ғаилә башлығы Виктор Николаевич тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек көндәлек хужалыҡ эштәре менән мәшғүл ине. Шулай булмай ни, 12 баш эре мал, 4 ат, сусҡа, дүрт тиҫтәнән ашыу һарыҡ, улар араһында меринос тоҡомлолар ҙа бар, төрлө ҡош-ҡорт көтөлгән аҙбарҙы тәртиптә тотоу өсөн ай-һай күпме көс талап ителә. Ошоға өҫтәп яҙға бөтмөр хужалар сусҡа бәрәстәре алып ебәрергә лә ниәтләйҙәр икән.
– Мал аҙығына, шөкөр, ҡытлыҡ юҡ. Бесәнен дә күмәкләп әҙерләйбеҙ, арыш, бойҙайын да сәсеп үҫтерәм. Оҙон ҡышты туҡ сығырлыҡ запастар булғас, мал һанын кәметергә уй юҡ. Ауыл кешеһе өсөн кәрәкле бөтә техникам да бар, эшсе ҡулдар ҙа етерлек, – тип йылмая шәхси хужалыҡ башлығы. Ә ярҙамсыларынан ысынлап та уңған Виктор Николаевич. Уның бар башланғыстарын хәләл ефете Зинаида Ивановна ҡеүәтләп кенә тора. Ауылдаштарын миҙгелле эш менән тәьмин иткән тырыш хужаларҙың балалары ла үҙҙәренә оҡшап егәрле, уңғандар. Магнитогорск дәүләт техник университетында белем алып йөрөүсе ҡыҙҙары Светлана каникул-ялдар һайын тыуған йортона ашыға, Себер тарафтарында эшләп йөрөүсе улдары Виталий ҙа вахта араһындағы ялында ата-әсәһе янына ҡайтып ярҙамлаша. 6 класта уҡып йөрөүсе Вероникаға ла өй тирәһендә эш табыла. Ә бит Виктор Николаевичтың ҙур хужалығынан тыш, үҙе әйтмешләй, үтә яуаплы хөкүмәт эше бар. Ул – ауыл почтальоны.
– Көҙгө уңыш йыйыу осоронда башлыса отпуск алам, яҙғы сәсеүҙә ваҡытлы матбуғатты бөтә ғаиләбеҙ менән таратабыҙ. Минең шәхси хужалыҡ эштәрем тип ауылдаштарым гәзит-журналдарһыҙ, хат-телеграммаларһыҙ ҡала алмай бит инде, – тип фекерләй Виктор Николаевич. Билдәле, үҙенә йөкмәтелгән барлыҡ бурыстарға яуаплы ҡарап өйрәнгәндәрҙең эше һәр саҡ уң була.
Артабан Илгиз Лирман улы Суртанүҙәк ауылында И.И. Үтәшевтең крәҫтиән (фермер) хужалығын ҡараны. Районда алдынғыларҙан һаналған хужалыҡта бөгөн эштәр көйлө генә бара. Мал аҙығы бында йыл да запас менән әҙерләнгәнгә күрә, Илшат Илдус улы әле алдан уҡ яҙғы сәсеү эштәрен ойоштороуҙы ҡайғырта. Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡараһы эштәр һәм бойомға ашыраһы пландар хужалыҡта күп әле.
З. Һиҙиәтова.
Читайте нас: