Ауыл уттары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
7 Февраль 2019, 19:49

Һанлы телевидение – заман талабы

Барығыҙға ла мәғлүм булыуынса, быйылдан Рәсәй телевидениеһы һанлы тапшырыу алымына күсә. Был, беренсенән, һүрәттең һәм тауыштың сифатын һиҙелерлек яҡшыртырға, икенсенән, халыҡҡа яңы, заманса хеҙмәттәр күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк.

Барығыҙға ла мәғлүм булыуынса, быйылдан Рәсәй телевидениеһы һанлы тапшырыу алымына күсә. Был, беренсенән, һүрәттең һәм тауыштың сифатын һиҙелерлек яҡшыртырға, икенсенән, халыҡҡа яңы, заманса хеҙмәттәр күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк.
Шаршамбы көнө Башҡортостан Респуб-ликаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Б.Н.Мелкоедов район хакимиәтендә республиканың һанлы телевидениеға күсеү мәсьәләләрена арналған зона кәңәшмәһе үткәрҙе.
Кәңәшмәлә уның урынбаҫары А.У.Вәлиев, агентлыҡтың дәүләт хеҙмәте, кадрҙар һәм хоҡуҡ эштәре бүлеге начальнигы Ф.Н. Кималов, “СпутникТелеком” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урын-баҫары Д.М.Кечкин, “Башҡортостан Республикаһының Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалының йәмәғәт-селек һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәй-ләнеш тотоу төркөмө етәксеһе Н.А.Колупаев, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһы хакимиәттәре, киң мәғлүмәт саралары, социаль учреждениелары һәм күп функциялы үҙәктәре вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләү һүҙендә район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин халыҡ өсөн был мәсьәләнең мөһимлеген һәм актуаллеген, шул уҡ ваҡытта рельефтың географик үҙенсәлектәре арҡаһында Урал аръяғы райондарында был эште үткәреүҙең ҡатмарлылығын һыҙыҡ өҫтөнә алды, шуға ҡарамаҫтан һанлы телевидениеға күсеү буйынса бөтә эштәрҙе күмәк тырышлыҡ менән ваҡытында эшләп буласағын билдәләне.
Б.Н.Мелкоедов үҙенең сығышында һанлы телевидениеға күсеү буйынса яҡындағы айҙарҙа райондар, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, “Башҡортостан Республикаһының Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “СпутникТелеком” акционерҙар йәмғиәте алдында торған бурыстар тураһында ентекләп һөйләне.
Кәңәшмәлә һанлы телевидениеға күскәндә муниципаль власть органдарының артабанғы эш тәртибе, ведомстволарҙың үҙ-ара килешеп эшләү механизмы тикшерелде, ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙең тәғәйен ваҡыты билдәләнде.
Н.Мохов.
Читайте нас: