Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
11 Февраль 2019, 18:22

“Бөтәһе лә үҙеңдең бәләкәй генә аҙымыңдан башлана”

Йәшлек мәле – ғүмерҙең иң күңелле, дәртле һәм һөҙөмтәле йылдары ул. Тап ошо осорҙа алған белем, тәжрибә, аҡыл киләсәк тормоштоң нигеҙен билдәләй ҙә инде, тибеҙ. Эйе, милләт киләсәге – йәштәр ҡулында, тигән хәҡиҡәткә йәмғиәтебеҙ күптән төшөндө, әммә йәштәр үҙҙәре ул киләсәкте, иңдәренә ниндәй оло бурыс йөкмәргә тейешлектәрен аныҡ ҡына күҙ алдына килтерәме икән? Әлбиттә – килтерә! Уларға ошоно аңғартыу өсөн беҙҙең районда бихисап маҡсатлы саралар күрелә, етерлек ярҙам күрһәтелә. Яңыраҡ район мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә уҙған “Йәштәр һайлауы – 2019” район йәштәре форумы – быға асыҡ миҫал.

Йәшлек мәле – ғүмерҙең иң күңелле, дәртле һәм һөҙөмтәле йылдары ул. Тап ошо осорҙа алған белем, тәжрибә, аҡыл киләсәк тормоштоң нигеҙен билдәләй ҙә инде, тибеҙ. Эйе, милләт киләсәге – йәштәр ҡулында, тигән хәҡиҡәткә йәмғиәтебеҙ күптән төшөндө, әммә йәштәр үҙҙәре ул киләсәкте, иңдәренә ниндәй оло бурыс йөкмәргә тейешлектәрен аныҡ ҡына күҙ алдына килтерәме икән? Әлбиттә – килтерә! Уларға ошоно аңғартыу өсөн беҙҙең районда бихисап маҡсатлы саралар күрелә, етерлек ярҙам күрһәтелә. Яңыраҡ район мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә уҙған “Йәштәр һайлауы – 2019” район йәштәре форумы – быға асыҡ миҫал.
Матур йола буйынса йыл да үткәрелеп килгән был күләмле сарала мәктәп уҡыусылары, төрлө тарафтарҙа уҡып йөрөгән район студенттары, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән әүҙем йәштәребеҙ ҡатнашты. Форумды район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге ойошторҙо.
Йылайыр урта мәктәбендә белем алыусы мөләйем ирекмән ҡыҙҙар һәр килеүсене теркәп, мәҙәниәт йортоноң тамаша залына оҙата барҙы. Форум башланғансы йыйылыусылар республика, тотош Рәсәй кимәлендә йәштәр өсөн уҙғарылған төрлө мәҙәни, фәнни саралар, уларҙа ҡатнашып, социаль йүнәлештәге проекттары менән гранттар отҡан йәштәр тураһында фәһемле һәм ҡыҙыҡлы видеороликтар, телетапшырыуҙар ҡараны.
Башта форумда ҡатнашыу-сыларҙы сараның хөрмәтле ҡунаҡтары һәм спикерҙары менән таныштырып үттеләр. Ә быйыл улар күп кенә ине. Район йәштәре менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында форумға Өфө ҡунаҡтары – Бөтә Рәсәй студенттар корпусы ҡотҡарыусыларының М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы бүлексәһе рәйесе Сергей Юрьевич Шерстобитов,
Башҡортостан Республи-каһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы комиссияһы ағзаһы, Башҡортостандағы “Воркаут” спорт йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Роберт Илдус улы Дәүләтшин, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы комиссияһы ағзаһы, республиканың йәш яҡташтар берекмәләре ассоциацияһы рәйесе Байрас Фәнил улы Азаматов килгәйне. Баш ҡала вәкилдәренән тыш, сарала беҙҙең районда уңышлы ғына эшмәкәрлек алып барған шәхси эшҡыуар Ринат Усманов һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Фәрит Абдулов, Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте ҡарамағында ойошторолған йәштәр берлеге рәйесе, “Йәш гвардия” йәмәғәт ойошмаһы активисы Анна Баталова ҡатнашты.
Форумдың практик өлөшө башланыр алдында йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин сәләмләне.
– Йылайыр районы халҡының өстән бер өлөшө – йәштәр. Әлбиттә, йәштәрҙең заманса йәмғиәттәге роле уларҙың күплеге менән генә билдәләнмәй. Һеҙҙең алдынғы ҡарашлы фекерләүегеҙ, ҡыйыу идеяларығыҙ тыуған илебеҙҙең артабанғы үҫеше өсөн үтә лә мөһим, – тине Илгиз Лирман улы. – Йәштәр сәйәсәте һәр ваҡытта ла киләсәккә йүнәлтелгән. Йәштәрҙең белемен үҫтереү, уларға фәнни һәм мәҙәни эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү өсөн тейешле шарттар булдырыу, һөнәри йүнәлеш биреү – иртәгәһе көнөбөҙгә иң ышаныслы инвестиция. Тап ошондай фекер алышыу майҙансыҡтарында яңы идеялар тыуа, шуның өсөн тик үҙ ҡаҙанығыҙҙа ғына ҡайнамағыҙ, аралашығыҙ, ошондай форматтағы төрлө форумдарҙа ҡатнашығыҙ, грант яулағыҙ, ә беҙ һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Район үҙәгендә бынамын тигән физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй, урындарҙа һәр төрлө түңәрәктәр, секциялар ойошторолған, мәҙәниәт усаҡтарының ишектәре һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Бөтәһе лә үҙеңдең бәләкәй генә аҙымыңдан башлана, тиҙәр. Шуның өсөн, аҡ юл һеҙгә, йәштәр!
Бер олоно, бер кесене тыңла, ти халыҡ мәҡәле. Тап шундай фекергә килде программа буйынса артабан ойошторолған һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар. Ике яҡ өсөн дә файҙалы аралашыу майҙансығына әүерелегән “Асыҡ микрофон”да район йәштәре спикерҙар менән бер рәттән фекер алышты, борсоған һорауҙарына яуап эҙләне. Йәштәрҙе башлыса нисек итеп үҙ эшеңде асыу, биш көнлөк уҡыуға күсеү, экология мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырһа, донъя күргән ағай-апайҙар үҙ миҫалында эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Шуныһы мөһим, был фәһемле һөйләшеү йәштәребеҙҙең яңыса фекер йөрөтә алыуын, “тормош “дилбегәһен” үҙҙәре тоторға ынтылы-уын, бер урында тапанып ҡалыуҙы хуп күрмәй, үҙҙәре алдына аныҡ маҡсаттар ҡуя белеүен күрһәтте.
Артабан форумда ҡатнашыусылар, ике командаға бүленеп, төрлө секциялар буйынса шөғөлләнеүен дауам итте. Берәүҙәр “Космос” кинотеатрында “Диңгеҙ һуғышы” уйнап, янғын хәүефһеҙлеге буйынса мастер-класс алһа, икенселәр социаль проектлау серҙәренә төшөндә. Форумдың спикеры Байрас Азаматов, мәҫәлән, нисек итеп үҙенең тыуған районы Баймаҡта “Ҡымыҙ-Брейк” проектын ойоштороуы, ошо эшен Дондағы Ростовта үткәрелгән “Ростов – 2016” бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумында уңышлы яҡлауы һәм грант отоуы тураһында тәфсирләп һөйләне.
– Бындай форумдарҙың уҙғарылыуы йәштәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки бер ниндәй белем усағында ла шәхестең үҫешенә йоғонто яһарлыҡ, команда менән бергә эш итергә өйрәткән белем нигеҙҙәре бирелмәй. Бер-берең менән аралашмайынса уңышҡа өлгәшеп булмай, – тип иҫәпләй маҡсатлы йәш егет.
Артабан Башҡортостан Респуб-ликаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы комиссияһы ағзаһы, Башҡортостандағы “Воркаут” спорт йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Роберт Илдус улы Дәүләтшин “Хыялдарҙы нисек маҡсатҡа әйләндерергә һәм уларға өлгәшергә” тигән темаға лекция менән сығыш яһаны. Физик культураны сәнғәт кимәленә күтәреп популярлаштырыуға ҡоролған воркаут йүнәлеше бөгөн йәштәр араһында киң таралған.
– Беҙҙең республикала ир-егеттәр көс-таһыллыҡтарын күрһәтеп, турникта ҡатмарлы күнегеүҙәр, трюктар башҡарған фестивалдәр йыш үтә. Йәштәрҙе спиртлы эсемлектәр эсеү, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәрҙән арындырып, иғтибарҙарын сәләмәт йәшәү рәүешенә, физик күнекмәләргә йүнәлткән воркауттарҙы (“воркаут” инглиз теленән “урам гимнастикаһы” тип тәржемә ителә. – Авт.) бөтә ерҙә лә үткәреп була. Үҙенсәлекле тәбиғәтегеҙ, маҡсатлы, ҡыйыу йәштәрегеҙ беҙгә бик оҡшаны, артабан да бәйләнеште нығытып, ошондайыраҡ саралар ойоштороу өсөн тағы ла килербеҙ әле, – тине Роберт Илдус улы.
Форумды йомғаҡлағандан һуң, унда ҡатнашыусылар “Космос” кинотеатрында “Спасти Ленинград” фильмын ҡараны, тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ҡылды.
Шулай итеп, бөгөн үҫешкә, уңышҡа, үҙ маҡсатына ынтылған йәштәребеҙ өсөн шарттар бихисап, юлдар асыҡ. Ошо мөмкинлектәрҙе ҡулынан ысҡындырмаған, буш ваҡытын дөрөҫ бүлә белгән, заман менән йәнәш атлаған, ҡыйыу, дәртле ҡыҙ-егеттәребеҙ ҙә етерлек. Тап шундайҙарҙы тупланы ла инде был йәштәр форумы.
Зөбәржәт ҺИҘИӘТОВА.
Читайте нас: