Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Төҙөлөш эштәре тикшерелде

Район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин, уның беренсе урынбаҫары М. С. Солтанов ошо көндәрҙә Йылайыр ауылында ҡайнаған төҙөлөш эштәренең барышы менән таныштылар.

Район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин, уның беренсе урынбаҫары М. С. Солтанов ошо көндәрҙә Йылайыр ауылында ҡайнаған төҙөлөш эштәренең барышы менән таныштылар.
Ленин урамындағы скверҙы, күп фатирлы йорттарҙың подъездарын (Ҡыҙыл партизандар урамы, 87 һәм 91), йорттар янындағы территорияны (Ленин урамы, 115 һәм 113) капиталь ремонтлау һәм Голубцов урамында парк төҙөү эштәре тикшерелде. Бер урында пландан ныҡ артта ҡалыу сәбәпле төҙөүселәргә шелтә бирелһә, ҡалған объекттарҙа барған эш менән комиссия ҡәнәғәт ҡалды. Шулай уҡ Йылайыр ауылында йәшәүсенең мөрәжәғәте буйынса Йылға аръяғы урамын ауыл менән тоташтырыусы баҫма һәм иҫке зыярат эргәһендәге юл хәле тикшерелде. Баҫмаға яҡын арала ремонт ҡаралмауы әйтелде, ә юлды ошо йылда рәткә килтереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
З. Мусина.
В. Климов фотоһы.
Читайте нас: