Ауыл уттары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә

Район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында сираттағы эш ултырышын үткәрҙе. Унда ауыл хужалығы өлкәһендә эшләп килгән проекттарҙың нисек ғәмәлгә ашырылыуы, эшҡыуарҙарҙың башланғыстары, район башлығы бынан алдағы ултырыштарҙа биргән күрһәтмәләрҙең үтәлеше ҡаралды.

Ултырыш йомғаҡтары бу-йынса эшҡыуарҙар тәҡдим иткән башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн рекомендациялар бирелде, тейешле ойоштороу ҡарарҙары ҡабул ителде.
Ултырыштың көн тәртибенә ҡуйылған мәсьә-ләләрҙе тикшереүҙә район хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары һәм хакимиәт белгестәре, Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Йыла-йыр районы буйынса милек менән идара итеү комитеты, Урал аръяғы район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Йыла-йыр районы буйынса бүлеге етәкселәре, йәмәғәтселектән – Башҡортостан Респуб-ликаһының эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса Йылайыр районындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡатнашты.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышында эшҡыуарҙар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары, үҙ эшен асырға теләгән кешеләр ҡатнаша ала. Ҡатнашыуға ғаризаны интернет аша https://investrb.ru/ru/ («Подать заявку») сайтында бирергә була.
Өҫтәмә мәғлүмәтте (8-34752) 2-14-04, 2-18-04 телефондары аша ала алаһығыҙ.
Н.Мохов фотоһы.
Читайте нас: