Район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” инвестиция проектының сираттағы ултырышы үтте. Унда эшҡыуарҙар менән берлектә, Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры М.И.Шәрәфетдинов ҡатнашты.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан “Башвойлок” кооперативы етәксеһе И.Х.Әбсәләмов эш процесында килеп тыуған ҡайһы бер һорауҙары менән мөрәжәғәт итте. Фекер алышыуға сығарылған мәсьәләләрҙең барыһы ла ҡаралды, тейешле аңлатмалар бирелде. Ултырыш һөҙөмтәһе буйынса район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Д.Х.Юлдыбаевҡа был проект буйынса етештерелгән продукцияны һатыуға сығарыуҙа ярҙам итергә ҡушылды.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин өҫтөнлөклө проекттың район өсөн мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был мәсьәләгә бәйле һорауҙар буйынса яуаплы белгестәр үҙ тәҡдимен индерҙе. Фекер алышыуҙарҙа район хакимиәте башлыҡтары, хакимиәт белгестәре, ҡайһы бер ойошма һәм учреждение етәкселәре ҡатнашты.
Аҙна һайын район хаки-миәте бинаһында уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуарҙар, КФХ башлыҡтары һәм үҙ эшен асырға теләгәндәр ҡатнаша алыуын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Бының өсөн заявканы интернет аша түбәндәге сайтҡа ебәрергә кәрәк: https://investrb.ru/ru/ («Подать заявку»).
Өҫтәмә мәғлүмәтте 8(34752) 2-14-04, 8 (34752) 2-18-04 телефон һандарына шылтыратып алырға мөмкин.