Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы И. Л. Фәтҡуллин эш сәфәре менән Юлдыбай ауыл биләмәһендә булды. Илгиз Лирман улы кешеләр менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу кире бәйләнештең иң сифатлы ысулы, тип һанай һәм халыҡ менән урындарҙа осрашыуға ҙур иғтибар бүлә.
Сәфәр барышында район етәксеһе тәбиғи таш табыу һәм етештереү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар менән күсмә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нең ултырышында ҡатнашты. Артабан Илгиз Лирман улы ауыл фельдшер-акушер пунктында барған эштәр менән танышты: ФАП-та әле ремонттың иң ҡыҙған мәле. Район башлығының иғтибарын йәлеп иткән киләһе объект – тегеү цехы. Халыҡты эш менән тәьмин итеү – киҫкен торған мәсьәлә, ә цех асылыу менән яңы эш урындары ла барлыҡҡа килде. Былар, әлбиттә, ҡыуандыра.
Артабан эш сәфәре Юлдыбай ауылы баҙарында дауам итте. Илгиз Лирман улы теге йә был тауарҙарҙың хаҡы, баҙарҙы продукция менән тәьмин итеүселәр менән ҡыҙыҡһынды. Ошонда уҡ район башлығы ауыл халҡы менән осрашып, аралашты. Әңгәмә барышында төрлө көнүҙәк темалар күтәрелде. Илгиз Лирман улы һорауҙарға ентекле яуаптар бирҙе, килеп тыуған мәсьәләләрҙе урында, кәрәк булһа, район һәм республика кимәлендә лә хәл итергә тырышабыҙ, тип билдәләне.
Шулай уҡ район етәксеһе Урал аръяғы агроинженерия колледжында һәм урындағы мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә булды.
Эш сәфәрендә И. Л. Фәтҡуллинды район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Д. Х. Юлдыбаев һәм Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ю. Ғ. Исәкәев оҙатып йөрөнө.