Район хакимиәте башлығы шулай уҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә беҙҙең районға яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров килеүе, эш сәфәре барышында ниндәй мәсьәләләр ҡаралыуы тураһында һөйләне. Мәҫәлән, юл техникаһын һатып алыуҙа финанс ярҙамы; үҙәк район дауаханаһын ремонтлау һәм табиптар, фельдшерҙар, социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ төҙөү; урман янғындарын һүндереү өсөн янғын-химик станцияһының һәм ауыл биләмәләренең матди-техник базаһын яҡшыртыу; тораҡ пункттарҙа һыу һәм газ үткәреү; Һабыр – Ғәлиәхмәт юлын төҙөү; ауыл-ара юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн ауыл биләмәләренә коммуналь техника бүлеү; Юлдыбай ауылында мәҙәниәт йортон ремонтлау; физкультура-сәләмәтләндереү комплекстарына белгестәр йәлеп итеү; ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыуҙы ойоштороу кеүек һәм бүтән мөһим һорауҙар ҡаралған.
Осрашыуҙы йомғаҡлап, И.Л. Фәтҡуллин Йылайыр урмансылығын республика урман хужалығы етәкселеге Башҡортостандағы иң яҡшылар иҫәбенә ҡуя, ә был юғары баһа, үҙ сиратында, ойошма коллективына айырым яуаплылыҡ өҫтәй. Юҡҡа ғынамы ни тап беҙҙә республика күләмендәге ҙур урман форумы уҙасаҡ һәм беҙҙең районға мәртәбәле ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршылау һәм әһәмиәтле сараны тейешле кимәлдә үткәреү өсөн етди әҙерлек эштәрен башҡарыу бурысы тора. Һуңғы йылдарҙың бай тәжрибәһенә таянып, өр-яңы үҫеш этабына аяҡ баҫырға ваҡыт етте бөгөн. Район хакимиәте башлығы урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә был мөһим эштә уңыштар юдаш булыуын теләне.
Артабан Илгиз Лирман улы һәм хужалыҡ етәкселәре урман урман хужалығы предприятиеһының прооизводство базаһын – ағас ярыу һәм эшкәртеү цехында, күмер яндырыу заводында булды. Ошонда уҡ продукция етештереүҙе киңәйтеү, ҡорамалдарҙы яңыртыу мәсьәләләре тикшерелде.