Ауыл уттары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
12 Ноябрь 2019, 11:53

Граждандарҙы ҡабул итте

Үткән йома көндө Башҡортостан Республикаһы юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Владимир Иванович Спеле граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте. Ҡабул итеү район хакимиәте бинаһында үтте.

Ҡабул ителеүселәр араһында ауыл халҡы, район хакимиәте, шулай уҡ райондың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар ине. Һорауҙар төрлө характерҙа булды.
Шәхси ҡабул итеү сиктәрендә Владимир Иванович ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, уны йыйыу менән мәшғүл булған “ЭКО-Сити” төбәк операторы хеҙмәттәренә түләүҙәр, район территорияһында иҫерткес эсемлектәр менән легаль булмаған әйләнешкә ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙе.
БР юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы В.И.Спеле район халҡын иғтибар менән тыңланы, кәрәкле консультация үткәрҙе һәм тейешле аңлатмалар бирҙе. Граждандарҙы шәхси ҡабул итеү барашында яңғыраған бар мәсьәләләр ҙә шәхси контролгә алынды.
Владимир Иванович феке-ренсә, граждандарҙы шәхси ҡабул итеү – халыҡ менән эшләүҙең иң эффектлы ысулы. Сөнки унда ябай халыҡ килеп тыуған сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса дәүләт органы власы вәкиленә туранан-тура мөрәжәғәт итә ала.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: