Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
15 Ноябрь 2019, 11:34

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе килде

Эш сәфәре барышында Тимур Рәфис улы Мөхәмәтйәнов район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин менән берлектә, район территорияһындағы, атап әйткәндә, Бараҡал йылғаһы аша һалынған күперҙе, юл япмаһын ҡараны. Муниципалитеттың юл ремонттары үткәреү барышы һәм Исҡужа карьерындағы ярыу-сортлау эше менән танышты.

Урында уҡ күп кенә мәсьәләләр буйына әңгәмә барҙы. Мәҫәлән, Һынташ ауылына илткән юлды төҙөкләндереү; Исҡужа карьеры ҡорамалдарын яңыртыу, объектты төҙөкләндереү һәм карьер янында урынлашҡан ауылдар экологияһына производствоның кире йоғонтоһон кәметеү; Йылайыр – Ҡашҡар, Сәләх – Һабыр, Бараҡал йылғаһы аша күперҙе, Йылайыр – Кананикольск юлдарын ремонтлау.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе район үҙәгендәге Бурзянцев тыҡырығында “Тыуған урам” программаһы буйынса асфальт һалыу барышы, Йылайыр юл ремонтлау-төҙөү идаралығының матди-техник базаһы менән танышты.
Дәүләт комитеты рәйесе юл буйында үҫкән ҡыуаҡлыҡтар һәм ағастарҙы ваҡытында ҡырҡып тороуҙы, юл билдәләрен һәм күпер кәртәләрен ҡуйыуҙы һәм ваҡытында буяуҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы.
Г.Таһирова.
Б.Солтанов фотоһы.
Читайте нас: