Ишбулды ауылында егермеләп кенә йорт. Ауыл халҡы үҙенең алсаҡлығы һәм татыулығы менән айырылып тора. Һәр ғаилә бында кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә. Яңы йылға арнап эшләнелгән боҙ һәм ҡар һындар, сағыу гирляндалар былай ҙа матур ауылды тағы ла йәмләндереп ебәргән. Ишбулдыларҙың тырышлығын, донъя көтөргә ынтылыуҙарын “Айыҡ ауыл” конкурсында грант алыуҙары ла иҫбатлайҙыр.
Йыйылышта башлыса ауылдың тышҡы ҡиәфәтен рәткә килтереү хаҡында һүҙ барҙы. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарына ҡуйылған һәйкәлде яңыртырға кәрәк. Шулай уҡ элекке емерек ферма бинаһы ауылдың ҡотон ебәреп ултыра – уны ла артабан былай ҡалдырып булмай. Клубҡа ла мохтажлыҡ бар – ни тиһәң дә, йәштәргә йыйылырға, аралашырға, ял итергә, байрамдар, конкурстар ойошторорға урын һәр ерҙә лә кәрәк. Тағы ла ишбулдылар етәкселәрҙең иғтибарын юлға ремонт талап ителеүенә йүнәлттеләр. Бынан тыш, осрашыуҙа заман заңы – юғары тиҙлекле интернет һәм кәрәҙле элемтә булдырыу тураһында ла һүҙ барҙы.
Малсылыҡ – ауылдарҙың киләсәге. Был турала район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Д.Х.Юлдыбаев һөйләне. Даян Хәйҙәр улы Ишбулды ауылының малсылыҡ хужалығынан һандар килтерҙе, ҡыҫҡаса анализ яһаны, килем килтереүсе проекттар (доходогенерирующие проекты) буйынса сығыш яһаны.
– Бөгөнгө осрашыуҙа көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Йыйылыш һөҙөмтәһен яҡын арала күрербеҙ тип ышанам. Ауылдарыбыҙ матурайһын, районыбыҙ үҫешһен, халҡыбыҙ етеш йәшәһен тиһәк – үҙебеҙгә тырышыу мотлаҡ, сөнки ятҡан таш аҫтына һыу аҡмай, – тине район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы, осрашыуға йомғаҡ яһап.