Ауыл халҡын иң беренсе Байғужа – Сидоровка юлының торошо борсой, сөнки күптәр көн дә йөрөп эшләргә мәжбүр. Һыу колонкаларының иҫкереүе хаҡында ла әйтеп, уларҙы яңыртырҙа ярҙам һоранылар. Йәш ата-әсәләр иһә, балалар һаны аҙ булһа ла, алдағы уҡыу йылында ла мәктәптең ябылмауын үтенде.
Шулай уҡ, медпункт, мәктәп, мәҙәниәт йортона бер йыйыштырыусы ҡуйылһа, бер кеше эшле булыр ине, тигән тәҡдим дә булды.
Район дауаханаһының баш табибына ла һорауҙары булды байғужаларҙың. Район үҙәгенән алыҫ йәшәгәс, район дауаханаһына барып анализдар бирер өсөн генә лә ике көн йөрөргә тура килә, шуға ла Матрайҙа анализдар ҡабул итеү лабораторияһын тергеҙеп булмаҫмы, тигән һорау ҡуйылды. COVID-ҡа ҡаршы вакцинация үтеү тәртибе лә борсой халыҡты. Тиҙ ярҙам хеҙмәтен яңыса саҡырыу тәртибен дә бик матур итеп аңлатып бирҙе Илдар Арыҫлан улы.
Етәкселәр халыҡты бик иғтибар менән тыңланы, һәр һорауға ентекле, аныҡ яуап ҡайтарҙы, улар буйынса үҙ фекерҙәрен әйтте, күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлашырға һүҙ бирҙе.